Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Һалым бурысы менән 2 декабргә тиклем иҫәпләшеп ҡуйырға кәрәк. Милеккә, ер һәм транспортҡа һалымды почта бүлексәләрендә, банктарҙа һәм ведомство сайтындағы электрон сервис ярҙамында түләргә мөмкин.
Быны һалым инспекцияһынан квитанция алыу менән эшләргә була. Унда бөтә мәғлүмәт һәм реквизиттар күрһәтелгән. Ҡағиҙә булараҡ, квитанциялар алдараҡ килә йәки уны һалым хеҙмәте сайтында ҡарарға мөмкин.
Бөтә йыйылған аҡса төбәк ҡаҙнаһына йүнәлтелә, бюджетты тулыландыра, һуңынан улар, башлыса, социаль өлкәгә йүнәлтелә.
Ваҡытында һалым түләнмәһә, Һалым хеҙмәте өс ай эсендә тейешле талап ебәрә. Уны алыу менән һигеҙ көн эсендә бурысты ҡапларға кәрәк.
Өлгөрмәйһегеҙ икән, һеҙҙе судҡа биреүҙәре ихтимал. Һәр түләмәгән көн өсөн пеня һалынасаҡ, штраф та ҡаралған. Аҡсаны һеҙҙең банк картаһынан алыуҙары ихтимал.
Оҙайлы ваҡыт түләмәй килһәгеҙ, һеҙҙе сит илгә сығармаясаҡтар, хатта күсемһеҙ милек һәм автомобилгә арест һалыуҙары бар.
Башинформ.