Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 2 декабрҙә бер аҙ ҡар яуасаҡ, урыны менән уртаса ҡар яуасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан уртаса тиҙлектә иҫәсәк. Көндөҙ +1, -4 градус.
Шишәмбе, 3 декабрҙә, төбәктә урыны менән төндә ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектә иҫәсәк. Төндә — 1, -6 градус, аяҙытҡанда -11, көндөҙ +1, -4 градус.
Шаршамбы, 4 декабрҙә, урыны менән төндә ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектә иҫәсәк.Төндә — 1, -6, аяҙытҡанда — 11, көндөҙ +1, -4 градус.
Башҡортостанда декабрҙә һауаның уртаса айлыҡ температураһы норманан 1,5 градусҡа юғарыраҡ булыр тип көтөлә (норма -10,8 градус). Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, айлыҡ яуым — төшөм нормаға яҡын-30-50 мм булыр тип көтөлә.