Әле Боронғо Рәсәй замандарынан уҡ ҡатын-ҡыҙҙар үҙ ғаилә ағзалары өсөн яратып ҡурсаҡтар яһағандар, улар балалар өсөн уйынсыҡ та, уңыш hәм именлек килтерә торған талисман да булған. Оҫта ҡуллы ханымдар уларҙы төрлө төҫтәге ептәрҙән яҡшы уйҙарын ҡушып, һаулыҡ теләп бәйләгән. Бындай бүләктәр бик ҡиммәтле булған һәм ҡәҙерләп һаҡланған, хатта быуындан-быуынға тапшырылған. Иләнгән йөндән ҡурсаҡтар яһау киң таралған булған, улар хәҙер ҙә популяр.
— Мин ҡул эштәре, бәйләү менән бала саҡтан уҡ шөғөлләнәм. Айырыуса төрлө ҡурсаҡтар яһау оҡшай. Мин Ибрайкин ауылында тыуып үҫтем, — ти Зоя Ильяс ҡыҙы. —
Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормайынса, Бәләбәй педучилищеһына уҡырға индем, сөнки үҙемде башка hөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алманым. 1990 йылда диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Ольховка мәктәбенә эшкә килдем. Унда 14 йыл эшләнем, артабан Калиновка башланғыс мәктәбенә күстем, унда биш йыл эшләнем. 2009 йылдан Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйем. Yҙ ижадым өсөн идеяларҙы барыһынан да бигерәк үҙем уйлап табам, төрлө оҫталыҡ дәрестәренә йөрөйөм, ҡайһы бер күңелемә ятҡан әйберҙәрҙе интернеттан табам. Хәҙер бит һатыуҙа материал күп. Бының менән проблема юҡ.
Зоя Ильясовна — Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайында халыҡ ижады күргәҙмәһендә даими ҡатнашыусы. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Ул ике ҡыҙ үҫтергән. Кесе ҡыҙы әсәһенең мауығыуын үҙләштергән, шулай уҡ ҡул эштәре менән шөғөлләнә, сигә, бәйләй, сәйлән менән үрә.
— Сәскәләр үҫтерергә яратам. Минең өйөмдә йыл буйы гөлдәр сәскә ата, ә йәй көндәрендә түтәлдәр сәскәгә күмелә. Туғандарым менән бал ҡорттары үрсетәбеҙ, — тип өҫтәй Зоя Ильяс ҡыҙы.
Илшат ХӘЙРЕТДИНОВ.
Фотолар Зоя Әхмәтшинаның шәхси архивынан.