10 декабрҙә Башҡорт теле көнө сиктәрендә, Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләктәге филиалында халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тормошо һәм ижадына арналған сара үтте.
Яныбай Хамматов — киң билдәле башҡорт прозаигы, ул 17 роман авторы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Фронтовик яҙыусы II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм бик күп миҙалдар менән наградланған. Уның «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман» кеүек әҫәрҙәре юғары баһаланған һәм махсус премияға лайыҡ булған. Дәрес барышында уҡыусылар талант эйәһенең ижады менән яҡындан танышты.
11 декабрҙә уҡыцусылар халыҡ-ара акцияһына ҡушылып, «Аҡмулла диктант»ын яҙҙы, ә 12 декабрҙә бар класс менән «Торналарым минең» исемле документаль фильмды ҡаранылар.
https://vk.com/public95382440?ysclid=m4lgqfczuz938869461