Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
17 Декабрь 2024, 10:22

Ҡайнатманан пирог

Кәрәк буласаҡ: 0,5 литр ниндәй ҙә булһа варенье (төшһәҙ ҡайнатма), 2 сәй ҡалағы сода, 2 йомортҡа, 6-8 аш ҡалағы он.

Ҡайнатманан пирогҠайнатманан пирог
Ҡайнатманан пирог

Ҙур ғына һауытҡа ҡайнатма менән соданы һалып бутайбыҙ. 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Күпереге ҡалҡып сығасаҡ. Йомортҡаны айырым һауытта миксер менән туғыйбыҙ. Он өҫтәп тағы ла бутайбыҙ, какао ҡушырға ла була. Массаны майланған формаға ағыҙабыҙ. Духовкаға 180 градусҡа ҡуябыҙ. Шырпы бөртөгө менән бешкәнлеген тикшереп ҡарағыҙ. Өҫтөнә аҙ ғына ҡуйыртылған һөт һылап, иҙелгән сәтләүек һипһәгеҙ ҙә була. Әгәр ҙә ҡайнатмағыҙ бик шәкәрле булһа, бисквит та татлы буласаҡ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Ҡайнатманан пирог
Ҡайнатманан пирог
Автор:
Читайте нас