Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
20 Декабря 2024, 11:39

Ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй исемдәр һайлай?

Республикала Ынйыгөл һәм Әбүсәйет исемле сабыйҙар тыуған

Ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй исемдәр һайлай?Ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй исемдәр һайлай?
Ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй исемдәр һайлай?

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 19 декабренә тиклем донъяға килгән балаларҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Ҡыҙҙарға һирәк ҡушылған исемдәр: Осиямо, Неслихан, Ынйыгөл, Ранэль һәм Руа. Малайҙар араһында иһә Азарий, Риян, Мөслихитдин, Динияз һәм Әбүсәйет.

Киң таралған ҡатын-ҡыҙ исемдәренә килгәндә, Әминә (437), София (379), Эмилия (370),  Ева (367) һәм Арина (351). Малайҙарға ата-әсәләр йышыраҡ Әмир (558), Тимур (351), Артем (348), Марк (346) һәм Эмир (331) тип ҡуша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан ғаилә ҡороу һәм тыуым буйынса 10 төбәк исемеленә инде.

https://www.bashinform.ru

Ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй исемдәр һайлай?
Ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй исемдәр һайлай?
Автор:
Читайте нас