Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Декабрь 2024, 19:01

Изгелек офоҡтары киңәйә

Ғәтиәтуллиндар Айыт ауылында беренселәрҙән булып МХО-ҙағылар өсөн окоп шәмдәре яһай башланы

Изгелек офоҡтары киңәйәИзгелек офоҡтары киңәйә
Изгелек офоҡтары киңәйә

Ирекмәнлек хәрәкәте даирәһе киңәйә бара. Быны билдәләү бик күңелле. Әгәр беҙ фронт өсөн нигеҙҙә маскировка селтәрҙәре үреү менән мәшғүл булһаҡ, әле Айыт ауылы халҡының тиҫтәләгән эш төрөн атарға мөмкин. Тимәк, ирекмәнлек хәрәкәтенә күберәк кеше йәлеп ителә. Изгелек ҡылыусылар артҡандан-арта бара. Кешеләр ысын кyңелдән фронтҡа ярҙам итә, барыһы ла еңеүҙе көтөп йәшәй.  

Күптәр ҡулдарынан килгәнсә, ярҙам итә. Айытта авторитетлы ғаиләләр бар. Шундайҙарҙың береһе — Вәғиз һәм Илзинә Ғәтиәтуллиндар. Әлеге ғаилe миңә шәхсән яҡшы таныш heм якын. Илзинe Шәфҡәт ҡыҙы балалар баҡсаһына педучилищеның мәктәпкәсә бүлеген тамамлағандан һуң, мин унда мөдир булып эшләгәндә, тәрбиәсе булып эшкә килде. Бик энергиялы, йомшаҡ кyңелле, изгелекле, ярҙамсыл, ул коллективҡа ла, балаларға ла оҡшаны. Балаларым, ә хәҙер ейәндәрем, Илзинә апайҙары уларҙы иртүк яғымлы йылмайып ҡаршы алғанға күрә, балалар баҡсаһына бик теләп йөрөнө hәм йөрөй. Бер ваҡыт Илзинә Шәфҡәт ҡыҙы ауылыбыҙ егетенә кейәүгә сығам, тигәс, беҙ бар коллектив менән бик шатландыҡ. Вағиз  Әхмәт Басир улы менән Зөһрә Зариф ҡыҙы Ғәтиәтуллиндарҙың өлгөлө ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Вағиз Әхмәт улы — күп балалы ата-әсәнең улдарының береһе. Барлыҡ балалары ла ярҙамсыл, үҙ-ара аңлашыу, хеҙмәт һөйөүсәнлек мөхитендә үҫкән. Улар балаларына патриотик тәрбиә лә биргән. Ғаилә башлығы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Биш улдары хәрби булған, берҙән-бер ҡыҙҙары ла хәрбиҙәргә яҡын һөнәр һайлаған. Хәтирә ғүмеребуйы шәфҡәт туташы булып эшләне. Илзинә лә бер-береһен ихтирам иткән, мөхәббәтле ғаиләлә үҫте. Әлеге кyркeм ғаиләнең барлыҡ балалары ла — белемле, юғары маҡсатлы кешеләр.

Изгелек эшләү — шуларҙың береһе. Вәғиз менән Илзинә лә олы тормошҡа үҙҙәренең ата-әсәләренең өлгөһөндә аяҡ баҫты. Уларҙың барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. Йорт та төҙөнөләр, ағастарҙы ла күп ултырттылар, балалар ҙа үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Эльза менән улдары Венир яҡшы уҡыны, белем алды. Һәм бына инде улар ҙа ата-әсәй  булды. Тормошта уларға, әлбиттә, ата-әсә үрнәге — бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, үҙ-ара аңлашыу, хеҙмәт һөйөүсәнлек, тормошҡа һөйөү тыуҙыра белеү ярҙам итә. Ауыл тормошо үҙ талаптарын ҡуя. Был — мәшәҡәттәрҙең сикһеҙ түңәрәге. Ир-ат hәм ҡатын-ҡыҙ бурыстары көн һайын сиратҡа теҙелә. Ир-ат үҙ эшен башҡарһа, ә ҡатын-ҡыҙ эшен — йыйыштыуҙы, әҙерләүҙе, үҫтерелгәнде, һауып алынған һөттө эшкәртеүҙе бергәләп башҡарғанда — тағын ла еңелерәк. Вәғиз менән Илзинәнең тормошонда — тап шулай.

Бөтә ерҙә окоп шәмдәре яһай башлағас, ауылыбыҙҙа беренсе булып Ғәтиәтуллиндар был эшкә тотондо. Улар эшләгәндә тәүҙә хаталар булһа ла, башкалар миҫалында уларҙы яһарға өйрәнделәр. Вәғиз Әхмәт улы ла, йыл ярым эсендә йыйыу пунктына йөҙләгән шәм алып килде. Улар тикшерелде: төтөнләмәй, ҡоромланмай, ҡырыйҙары тигеҙләнгән. Ҡайһы берҙә дуҫтары, туғандары ярҙамға килә. Тағын шуныһын да билдәләп үтeргә кәрәк, окоп шәмдәре — арзан продукт түгел. Бында бары тик консерва банкалары hәм уларҙы яһаусыларҙың  хеҙмәте генә бушлай. Төп өлөштәре — балауыҙ hәм парафин финанс сығымдары талап итә. Был эшкә Ғәтиәтуллиндар үҙҙәре лә өлөш индерҙе, туғандарын да йәлеп итте.

Изгелек hәр ваҡыт изгелек менән йөҙләтә ҡабат үҙеңә әйләнеп ҡайта. Беҙҙә бер «рәхмәт» һүҙе мең бәләнән ҡоткара, тиҙәр. Һәр ваҡыт шулай булһын. Йөҙҙәрегеҙ асыҡ, йөрәктәрегеҙ изгелекле, һеҙ ярҙамға мохтаждарға ярҙам итергә әҙерһегеҙ. Изгелек ерҙә ятмай. Был хаҡта  халыҡ шулай, ти. Һеҙҙең барыһы ла яҡшы, тормошоғоҙҙа барыһы ла яйға һалынған. Барыбыҙға ла тынычлыҡ ҡына етмәй. Тыныслыҡ та булыр, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел! Тылда шундай кешеләр эшләгәндә, яҡлаусыларыбыҙ ҙа тыныс.

Асия ФӘЙЗУЛЛИНА,

Ғаилә архивынан алынған фото.

Изгелек офоҡтары киңәйә
Изгелек офоҡтары киңәйә
Автор:
Читайте нас