Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2024, 09:11

Алмалы, эремсек һәм ҡаймаҡлы пирог

Был тәмле ризыҡты әҙерәү өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй

Алмалы, эремсек һәм ҡаймаҡлы пирог
Алмалы, эремсек һәм ҡаймаҡлы пирог
Ҡамыр өсөн 180 гр аҡ май, 250-270 гр он, 50 гр шәкәр ҡомо, 5 гр ҡамыр йомшартҡыс кәрәк. Эслеккә 250 гр 5 процентлы эремсек, 2 йомортҡа, 150 гр шәкәр, тәменсә ванилин, 15 гр кукуруз крахмалы, 300 гр 15 процетлы ҡаймаҡ. Шулай уҡ ошо эслеккә һалып сығыу өсөн 2 алма, 30 гр йөҙөм, 50 гр цукат, 2-3 аш ҡалағы ҡуйыртылған һөт талап ителә.
Иләнгән он менән һалҡын майҙы ыуабыҙ, шәкәр, ҡамыр йомшартҡыс ҡушабыҙ. Ыуалып торған ҡамырҙы табаға һалабыҙ, тигеҙләйбеҙ. Эремсеккә йомортҡа, шәкәр, ванилин ҡушып, бер массаға килгәнсе иҙәбеҙ. Крахмал, ҡаймай һалып яҡшылап бутайбыҙ. Был массанының яртыһын ҡамырға һалғас, шаҡмаҡлап туралған алманы, йөҙөмдө, цукаттарҙы һалып сығабыҙ һәм ҡалған ҡатышманы өҫтәйбеҙ. Духовкала 180 градус эҫелектә 45-50 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Алғас та пирогтың өҫтөнә ҡуйыртылған һөт һөртөп сығабыҙ һәм тулыһынса һыуынғанға тиклем ҡалдырып торабыҙ.
 
Фото:4allwomen.ru
 

 

Алмалы, эремсек һәм ҡаймаҡлы пирог
Алмалы, эремсек һәм ҡаймаҡлы пирог
Автор:
Читайте нас: