-16 °С
Болотло
Һуңғы йылдарҙа скандинав таяҡтары менән йөрөү популяр булып китте. Ҡатмарлы булмаған, әммә һөҙөмтәле норд, себер йәки фин йөрөшө спорт төрө тип танылған. Хәрәкәт ваҡытында сарыф ителгән физик көсөргәнешлектең йөҙөүҙекенән кәм түгеллеге күптән иҫбатланған. Был йөрөш бигерәк тә ололар өсөн файҙалы.
Ошо көндәрҙә Бикҡол ауыл Советында, шулай уҡ Йылбулаҡтамаҡта йәшәүселәр күмәкләп урамда скандинав таяҡтары менән йөрөнө. Оҙайлы ялдарҙа һәр кем күңеленә ятҡан спорт төрө менән шөғөлләнә ала.