Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн, 5 ғинуарҙа, республикала көндөҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Төбәктең көнсығыш райондарында көслө ҡар яуасаҡ. Урыны менән буран, боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ дауам итәсәк. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -3,+2 градус тәшкил итәсәк. Кискә термометр бағанаһы күрһәткестәре -3,-8°тиклем төшәсәк.
Иртәгә,6 ғинуарҙа, һауа температураһы төндә -8, -13°, аяҙытҡанда -18°, көндөҙ -5, -10°тәшкил итәсәк. Бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.
7 ғинуарҙа төнгө сәғәттәрҙә 11,-16°, урыны менән -18,-22°, көндөҙ -8,-13°һыуытыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар.
Башинформ.