Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар , 17:00

Йөҙйәшәр инәй

Учалы ағинәйе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Йөҙйәшәр инәй
Йөҙйәшәр инәй

Учалы районының Иҫке Балбыҡ ауылынан Нурҙиҙә Иҡсанова йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне. Ҡыуаныслы яңылыҡ менән Туңғатар ауыл советы хакимиәте уртаҡлашты.

Нурҙиҙә Иҡсанова ауыр тормош юлы үткән, тыл хеҙмәтсәне, 40 йыллыҡ эш стажы бар. Йөҙйәшәр инәй тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән, тип билдәләнеләр ауыл советы хакимиәтендә.

Район хакимиәте, Туңғатар ауыл советы һәм Башҡорт ҡоролтайының урындағы бүлексәһе вәкилдәре Нурҙиҙә Әхмәҙей ҡыҙын күркәм юбилейы менән тәбрикләне.

«Башинформ» Сибайҙан Сәмиғә Ырыҫбаеваға 101 йәш тулыуы хаҡында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

Йөҙйәшәр инәй
Йөҙйәшәр инәй
Автор:
Читайте нас: