Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
16 Января 2025, 11:56

Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ

20 ғинуарҙан 21 февралгә ҡәҙәр Бишбүләк районы территорияһында «Ҡаргиҙәр» операцияһы үткәрелә

Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙҠағиҙәләрҙе боҙмағыҙ
Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ

Ул БР буйынса Эске эштәр министрлығы автоинспекцияһы идараһы, БР Табиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы hәм «БР  Аусылар hәм балыҡсылар ассоциацияһы» ойошмаһы менән килешеү һәм һаҡланыусыларға зыян килтереү хәүефен профилактикалауға йүнәлтелгән.
Саф һалҡын hауа, ҡар күплеге ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Ҡаргиҙәр машиналары хужалары активлаша, яңы туристлыҡ hәм промысел маршруттары үҙләштерелә. Аусылар hәм балыҡсылар, тәәжрибәле машина йөрөтөүселәр һәм һәүәҫкәрҙәр был машиналарға идара итәләр. Шул уҡ ваҡытта әлеге юлдан тыш мотор сараларының юғары ҡурҡыныс сығанағы булыуын hәм ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡурҡынысһыҙ эксплуатациялаy шарттарын hис тә һанға һуҡмаҫҡа ярамауын иҫтә тоторға кәрәк.
Хәрәкәт итеү маршруттарын һайлағанда урынды иғтибар менән өйрәнергә, һыу ятҡылыҡтары өҫтөнә сыҡмаҫҡа, соҡорҙарҙан, текә тау биттәренән, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарҙан йыраҡ йөрөргә кәрәк. Ҡаргиҙәр хужаларын иҫерек хәлдә тотоу, ҡурҡынысһыҙ тиҙлек күрһәткесен уҙыу, тейешле күнекмәләре булмаған кешеләргә контролһеҙ ышаныу ҡәтғи тыйыла. Тап бына ошо факторҙар йыш ҡына ҡаргиҙәр машиналары менән идара итеүсе заттарҙың йәрәхәтләнеүенә йәки үлеменә килтерә.
Yҙйөрөшлө машиналарҙы эксплуатациялаy өлкәһендә закон менән һаҡлана торған ҡиммәттәргә зыян килтереү ҡурҡынысын профилактикалау  машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошына күҙәтеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитеты йыл һайын беҙҙең  райондың ауыл биләмәләрендә профилактик саралар үткәрә, улар машиналарҙың һәм уларға тағылмаларҙың закондарҙы үтәмәүсе хужаларын асыҡлауға, техник тикшереү уҙыу, транспорт саралары хужаларының гражданлыҡ яуаплылығын страховкалау бурыстары, тракторсы-машинист таныҡлығынан башҡа үҙйөрөшлө машиналар менән идара итеүсе үҙйөрөшлө машиналарҙы иҫерек хәлдә дәүләт регистрацияһы ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡларға ярҙам итә. 

Юлдан тыш мотоциклдар йөрөтөүселәргә мөрәжәғәт итеп, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен һәм закондарҙы боҙмағыҙ, үҙегеҙҙең һәм тирә-йүндәгеләрҙең тормошон ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.
Эдуард ГРИГОРЬЕВ,
район Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы.
Фото шәхси архивтан.

Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ
Ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ
Автор:
Читайте нас