Матурлыҡты тоя белгән кешегә табиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә матур. Әкрен генә ап-аҡ ҡар яуып торғанда, саф hауала йөрөүе айырыуса күңелле. Дүсәндә йәшәүсе Сәрия Мөхәммәт ҡыҙы Ғиззиева менән Минзия Имаметдин ҡыҙы Ғәфиәтова ҡыш миҙгелен айырыуса ярата. Улар быны ябай ғына итеп аңлата: ҡыш саңғы спорты менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек бирә.
— Беҙ ирем Рәфит менән биш бала үҫтерҙек. Yҙем мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләнем, гектар-гектар сөгөлдөр ҙә утаным, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙем өсөн йәшәйәсәкмен, тип һүҙ биргәйнем. Ун йылдан ашыу йога менән шөғөлләнәм. Тәүге йылдарҙа мәҙәниәт йортондағы йога түңәрәгенә йөрөнөм, хәҙер күнегеүҙәрҙе өйҙә генә яһайым. Пенсияға сыҡҡан мәлдә ағас саңғы һатып алғайным, хәҙер инде пластикта йөрөйөм, был минең өсөнсө пар саңғы. Ҡайһы берҙә ирем менән дә бергәләп сығабыҙ, — ти, етмеш йәшендә лә яҡшы формала булған hәм йәш сырайлы мөләйем Минзия Имаметдин ҡыҙы.
Мәктәптә китапханасы булып эшләгән ваҡытта уҡ әүҙем, позитив ҡарашлы булыуы менән айырылып торған Сәриә Ғиззиева пенсияға сыҡҡас та, йәшәү рәүешен үҙгәрмәй.
— Күңелгә ятҡан шөғөл өсөн ваҡыт табырға булалыр. Беҙ ҡараңғылы-яҡтылы ваҡытта, йәғни сәғәт 9-сы яртыла уҡ Минзия апай менән саңғы шыуырға сығабыҙ. Һауа торошона ҡарап, бик көслө буран яки епшек көн булмаһа, өйрәнелгән маршрут буйынса алты-ете саҡрым йөрөп ҡайтабыҙ. Бер ваҡыт ныҡ һыуыҡта хатта битемде лә туңдырғайным, әммә уға ҡарап ҡына саңғыла йөрөүемде ташламаным. Әгәр ҙә берәй мәшәҡәт тыуып, сыҡмай ҡалһам, миңә нимәлер етмәгән кеүек, — тип һөйләй Сәриә Мәхәммәт ҡыҙы.
Өҫтәренә килешеп торған парҙан спорт костюмы кейгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ауылдаштары әллә ҡайҙан танып тора. Улар артынан аҡ ҡарҙа пар саңғы эҙе һыҙылып ҡала. Ҡышҡы матур тәбиғәт күренештәре үҙенә тарта, ҡайҙалыр бәҫ ҡаплаған ҡупшы ағас күренә, ә бына бынан хәйләкәр төлкө һәм ҡуян сабып үткән, ә ҡайһы берҙә мышы эҙҙәре буйлап барып, хатта ҡыр хайуандары янына ла барып сыҡҡандары бар. Яратҡан урындары — ауыл янындағы Аҡҡош, Ҡортло, Сигәй күлдәре, ҡайһы берҙә ауылдан бер аҙ ситтәрәк булған Ҡыҙыл ҡойоға ҡәҙәр барып етәләр. Ни тиһәң дә, уларға икәү бергә күңеллерәк.
Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән ауыл ҡатындары яҙҙан көҙгәсә велосипедта йөрөй. Һәр ерҙән үтә алған транспорт сараһы булараҡ, улар велосипед менән еләккә лә баралар, гөлдәргә тупраҡ та алып ҡайталар, миндек һәм башҡа төрлө шифалы үләндәр ҙә әҙерләйҙәр.
— Беҙгә тыуған яҡыбыҙҙың һәр мөйөшө яҡшы таныш. Әйтергә кәрәк, беҙ баҫыу-ҡырҙар ғына гиҙеп йөрөмәйбеҙ, колхоздың элекке умарталығы булған ерҙә алмағас, йүкә, груша ағастары ултырттыҡ. Шулай уҡ, Ҡомло тауға ултыртҡан йөҙ төп шыршының ҡырығы инде буйға күтәрелеп килә. Бынан тыш, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләп, МХО-лағылар хөрмәтенә тау башына таштарҙан Z символы яһап ҡуйҙык, уның тирһенә Дағстандан алып ҡайтҡан мәк орлоҡтары һиптек, — тип башҡарған изге эштәрен дә һүҙ уңайында телгә алалар.
— Мин электeн үк сәйәхәт итeргә яратам. Өс диңгеҙҙә — Ҡара, Каспий hәм Балтик диңгеҙҙәрендә һыу ҡойондом һәм Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларныда булдым. Ә Минзиә апай менән беҙ ике йыл эсендә дүрт тапҡыр Дағстанда ял иттек hәм иҫ киткес тәьҫораттар алдыҡ. Йәштәрҙе аптыратып, ундағы текә тауҙарға һис бер ауырлыҡһыҙ мендек, — тип йылмая Сәрия апа.
Белеүебеҙсә, спорт менән әүҙем шөғөлләнгән кешеләр һаулыҡтарын ғына нығытып ҡалмай, ә шат күңелле, оптимист рухлы булыуҙары менән дә айырылып тора. Тәбиғәттә булыу уларға, ысындан да, ыңғай йоғонто яһай. Спорт һөйөүсе Сәриә Мөхәммәт ҡыҙы hәм Минзия Имаметдин ҡыҙы йыл һайын районда уҙған «Рәсәй саңғы юлдары» ярыштарында ҡатнаша hәм алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Уларҙың копилкаһында инде тиҫтәнә ашыу миҙал бар.
— Ҡартая барған һайын спорттың кәрәклеге ташҡа баҫылған кеүек, беҙ ҙә сәләмәтлекте нығытып, яҡшы кәйеф алыр өсөн йөрөйбөҙ. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ саңғы ярыштарынан ситтә ҡалмай инек, әле лә районда уҙған «Рәсәй саңғы юлдары» эстафетаһында йыл һайын ҡатнашабыҙ һәм икебеҙ ҙә урын алмайынса ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Быйыл да үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараясаҡбыҙ. Әлбиттә, ярыштар алдынан тулҡынланабыҙ, барыбер еңәһе, ир-егеттәрҙе уҙаһы килә, — ти күңелдәре менән hаман йәш булған хеҙмәт ветерандары.
Ләйлә ГҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.