-12 °С
Болотло
Өфө ҡала планетарийы хәбәр итеүенсә, 21-25 ғинуарҙа Башҡортостан халҡы планеталар парадын ҡарай ала. Бер рәттә бер юлы алты планета теҙеләсәк: Марс, Юпитер, Уран, Венера, Нептун һәм Сатурн.
Уран менән Нептунды күрер өсөн телескоп кәрәк. Ә Бына Марс, Юпитер, Венера һәм Сатурнды ябай күҙ менән күрергә мөмкин.
Фото: Өфө ҡала планетарийынан.