Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар , 14:20

«Әр-Рәхим» мәсете манараларында төҙөлөш эштәре тамамланды

Бөгөн, изге йома көнөндә, Өфөлә Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендәге төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Бында манараларҙы биҙәү эштәре тамамланды.

«Әр-Рәхим» мәсете манараларында төҙөлөш эштәре тамамланды
«Әр-Рәхим» мәсете манараларында төҙөлөш эштәре тамамланды

«Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө Радий Хәбиров 2023 йылдың сентябрендә үткәргән эш кәңәшмәһенән һуң урынынан ҡуҙғалды. Белгестәр объектты комплекслы тикшерҙе һәм уның торошон баһаланы. 2024 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе мәсет төҙөлөшөнөң тергеҙелеүе тураһында хәбәр итте.

Киләһе аҙым – иман йортоноң ҡыйығын ремонтлау, фасадты тышлай башлау. Барлыҡ кәрәкле тикшереүҙәр башҡарылған, техник ҡарарҙар ҡабул ителгән. Ә киләһе йылда эске биҙәү эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр.

Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» мәсетенең эштәр оҙаҡ ваҡытҡа туҡталып торған иң ҡатмарлы объекттарҙың береһе булыуын билдәләне. «Төҙөлөштө туҡтатмау мөһим, халыҡ алға барыуыбыҙҙы күрергә тейеш. Алла ярҙамы менән барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Беҙгә ярҙам иткәндәргә рәхмәт», – тине Радий Хәбиров.

Башинформ.

«Әр-Рәхим» мәсете манараларында төҙөлөш эштәре тамамланды
«Әр-Рәхим» мәсете манараларында төҙөлөш эштәре тамамланды
Автор:
Читайте нас: