Бөгөн махсус хәрби операцияла Рәсәй Ҡораллы көстәренең hәр һалдаты hәм офицеры көн һайын алғы һыҙыҡта һуғыштар алып барып hәм дошман позицияларын ҡыҫырыҡлап, күптән көтөлгән еңеүҙе яҡынайта. Һуғыштарҙа алған төрлө ауырлыҡтағы яраларҙы хәрби медиктар — юғары квалификациялы табиптар hәм санинструкторҙар оператив рәүештә дауалап, яңынан һуғышсыларҙы сафка ҡайтара.
— Мин Дим ауылында тыуыһам да, Ҡыңгыр-Мәнәүез ауылында йәшәнем, шунда үҫтем hәм уҡыным, —ти «Судан» позывнойлы утыҙ биш йәшлек гвардиясы. — Мәктәпне тамамлағас, яҙмышымды медицина менән бәйләргә булдым, һуңынан бер ҡасан да булы туралда үкенмәнем, хатта бер нисә хәрби конфликттарда ҙа ҡатнаштым. Бәләбәй медицина колледжын тамамлап, фельдшер дипломы алдым. 2011 — 2012 йылдарҙа Улан-Удэ ҡалаһында Рәсәй Армияһының бишенсе танк бригадаһында санинструктор вазифаһында хеҙмәт иттем. Армиянан һуң үҙ һөнәрем буййынса 2008 йылға ҡәҙәр Төньяҡта вахта ысулы менән эшләнем.
Йәш һуғышсы менән һөйләшкәндән һуң, «Судан» позывнойы барлыҡҡа килеүен аңлатыуы бик ҡыҙыҡ. Яҡташыбыҙ алты йыл буйы Африкала йәшәгән һәм эшләгән икән. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тыныслыҡ урынлаштырыусыһы булған hәм үҙ һөнәре буйынса санитар инструкторы вазифаһында башта Суданда, ә артабан Малида Русиядeн тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәр составында ҡатнашҡан. Эҫе Африка континентында ул саҡта хәкимиәткә онтылыусы һуғышсан кабиәләр араһында граждандар һуғышы барған. Ҡыҙған халыҡты хәрбиҙәр ярҙамы менән юҡ
итeргә генә түгел, ә яралыларҙы hәм ауырыуҙарҙы ла дауаларға, уларҙы hәм тыныс халыҡты ҡан ҡойғос һуғыштар барған урындарҙан эвакуациялey менән дә шөғөлләнергә кәрәк була.
— 2024 йылдың ғинуарында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә булдым, — тип дауам итә алты йәшлек ҡыҙы үҫеп килеүсе гвардиясы. — Яҡшы таныш булган һуғыш хәрәкәттәре стихияһына яңынан әйләнеп ҡайттым, тип әйтергә мөмкин. Яралылар дауалана торған ялан медицина пунктында эшләйем. Улар араһында Башҡортостандан — Өфөнән, Сибайҙан hәм Октябрьскийҙан яҡташтарым да бар. Беҙ унда өсәү: медпункт начальнигы, мин фельдшер hәм шофер-санитар. Беҙ ауырыуҙарҙы hәм яралыларҙы дауалайбыҙ, уларҙы армия госпитәлдәренә эвакуациялайбыҙ. Украина милләтселәре, НАТО эйәрсендәре менән бергәләп нисек кенә тырышһалар ҙа, еңеүҙең барыбер Рәсәй ғәскәрҙәре яғында буласағын беҙ яралыларҙың кәйефтәренән асыҡ аңлайбыҙ. Был минең бер йыл хеҙмәт итеү дәүерендә минең беренсе отпускым. Командование ике миҙал менән бүләкләне: «МХО-ла ҡатнашыусы» hәм «Һуғышсан отличие өсөн». Туғандарым hәм яҡындарым, айырыуса яратҡан
әсәйем менән көн һайын бәйләнештә булабыҙ. Был —ҡатмарлы тормош ситуацияһында бик яҡшы ярҙам.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.