Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
11 Февраль 2025, 09:33

Беларусь менән берлектә троллейбустар эшләү буйынса яңы производство асыласаҡ

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Беларусҡа сәфәрендә Өфө трамвай-троллейбус заводы менән Минск МАЗ-ы кооперацияһын артабан үҫтереү тураһында килешеүгә өлгәшелде.

Беларусь менән берлектә троллейбустар эшләү буйынса яңы производство асыласаҡБеларусь менән берлектә троллейбустар эшләү буйынса яңы производство асыласаҡ
Беларусь менән берлектә троллейбустар эшләү буйынса яңы производство асыласаҡ

Яҡын арала яңы компания теркәләсәк. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – БР-ҙың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Яңы производствоны Өфө районының «Алға» махсус иҡтисади зонаһында урынлаштырыу күҙаллана. Унда йыл һайын 400-500 троллейбус сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, коммуналь техниканы (апат әйткәндә, сүп-сар ташыусы машиналарҙы) МАЗ комплекттарынан йыйыу буйынса хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге тикшерелә. Шулай уҡ республикала МАЗ дилерлыҡ үҙәген киңәйтеү планлаштырыла.

Башинформ. 

Беларусь менән берлектә троллейбустар эшләү буйынса яңы производство асыласаҡ
Беларусь менән берлектә троллейбустар эшләү буйынса яңы производство асыласаҡ
Автор:
Читайте нас