Журналист, «Башҡортостан» ТРК-һы мөхәррире Ильяс Батыргәрәев, үҙенең тәжрибәһе менән студенттар һәм уҡыусылар менән уртаҡлаша, хәрбиҙәрҙең көндәлек тормошо һәм МХО сәбәптәре тураһында һөйләй. Ул Шайморатов батальоны тураһында репортаждар күрһәтә, яугирҙарҙың, шул иҫәптән Рәсәй яғында һуғышҡан Көнбайыш Украинанан булған ирҙең мотивтары тураһында һөйләй. Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Туймазыла, Салауатта һәм Күмертауҙа үткән лекцияларҙа меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Яҡын арала сара Бөрөлә, Өфөлә һәм Саҡмағошта Ватанды һаҡлаусылар Көнө уңайынан үтәсәк. Проект үҫеп килгән быуында илһөйәрлек һәм ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Арина Алекперова мәғлүмәте буйынса әҙерләнде, фото - Рәсәйҙең "Белем" йәмғиәте.
https://ye102.ru