Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль , 16:21

Афған яугире беҙҙең арала йәшәй

Йылбулаҡтамаҡтан Минехан Борhанов Афғанстанда хәрби хеҙмәттең ҡатмарлы шарттарын еңeргә ысын ирҙәр дуҫлығы ярҙам иткәнен иҫенә төшөрә

Афған яугире беҙҙең арала йәшәй
Афған яугире беҙҙең арала йәшәй

15 февралдә  Рәсәйҙә яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләп үтелә. Рәсми рәүештә беркетелгән атама Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алуы көнө кеүек яңғырай. Был көн туранан-тура 1989 йыл менән бәйле, ул ваҡытта совет ғәскәрҙәре Афғанстан территорияһынан тулыһынса сығып китә. Ун йылғга яҡын хәрби бәрелештәр күп бәлә-ҡаза һәм ғазап килтерҙе. Алыҫ Афғанстанда совет һуғышсылары иң яҡшы кешелек сифаттарын — батырлыҡ, ныклыҡ hәм намыҫлылыҡ күрһәтте.

Өйҙәренә ҡайтҡас, афған яугирҙәре  күптәр үҙҙәрендә «гражданкала» йәшәргә һм артабан эшләргә көс тапҡан. Йылбулаҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән Минехан Борhанов ябай ауыл малайы булып үҫкән һәм тиҫтерҙәренән бер нәмә менән дә айырылып тормаған. Тик тырышлығы hәм тыйнаҡлығы менән булһа ғына.

 — Армияға 1986 йылдың 10 ноябрендe Бишбүләк район хәрби комиссариаты тарафынан алындым hәм тәүге ярты йылын Төрөкманстанда хәрби хеҙмәт үттем. «Учебка»ла булдым, — тип иҫкә  ала Минехан Минебай улы. Хәрби күнекмәләр һәм ҙур машина йөрөтөү тәжрибәһе алған йәш егеттәрҙе артабан Афғанстан Демократик Республикаһына хеҙмәт итeргә ебәрәләр.

Улар ингәндә, Афғанстанда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты һаны 81 мең 100 кеше тәшкил иткән. 1986 йылдың  сентябренә 120 мең кеше булған. Йәш һалдаттың алдағы хеҙмәте Пакистан сигенән алыҫ булмаған ҡырыҫ климат шарттарында уҙа: көндөҙ түҙә алмаҫлыҡ эҫе, төндә — һалҡын. Хәрби хеҙмәттең ҡатмарлы шарттарын еңергә ысын ирҙәр дуҫлығы, ярҙам иткән. Ә улар унда өс йөҙгә яҡын булған. Уларҙың береһе  — Стәрлетамаҡтан яҡын дуҫы hәм ағаһы тиерлек Сергейҙы Минехан йылылыҡ менән иҫкә ала.

Һөйләшеүгә һараныраҡ хәрби хеҙмәте тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләне. Армиянан ҡайтҡас, Мәжит Ғафури исемендәге колхозда шофер булып эшләй башлай. Артабан ун йылға яҡын Төньяҡта вахта ысулы менән хеҙмәт итә. 1993 йылда Минехан яҙмышын  ауылдашы Фидалия менән яҙмышын бәйләй. Уртаҡ тормоштоң емештәре булып бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. Өсөһө лә медицина юлын һайлай. Ир менән ҡатын инде ун йылдан артыҡ шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың шәхси магазины ауыл халҡын көндәлек тауарҙар менән тәьмин итә. Минехан менән Фидалия Борhановтар ҙур хужалыҡ тота. Уларҙың йәшелсә үҫтерә торған ҙур баҡсалары бар.

Ғәзи МӨХӘМӘТОВ.

Фото Борhановтарҙың ғаилә архивынан алынды. 

 

Афған яугире беҙҙең арала йәшәй
Афған яугире беҙҙең арала йәшәй
Автор:
Читайте нас: