Армияны — батырлык мәктәбе, тип атайҙар. Был — күп кенә ир-ат быуындары тарафынан үҙендә һыналған ҡанатлы һүҙҙәр. Шуға күрә погондарҙа хеҙмәтте лайыҡлы үтә алған, барлыҡ ауырлыҡтарҙы һәм армия дуҫлығын белгән кеше генә бер ҡсан да вакытты әрәм итеүенә үкенмәйәсәк һәм армиянан ҡасырға, тип әйтмәйәсәк. Өҫтәүенә, әгәр ғаиләлә малайҙарҙы тәрбиәләү менән тәү сиратта уларҙың атаһы шөғөләнә икән, ул үҙе Ҡораллы Көстәрҙә хезмәт итһә.
— Хәҙер беҙҙең кесе улыбыҙ Тимур Кавказда Минеральные Воды ла ҡыҫҡа сроклы армия хеҙмәте үтә, — тип һөйләй Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан район үҙәк дауаханаһының паллиатив бүлексәһе шәфҡәт туташы Лилиә Миhранова яратҡан hәм туғандары тураһында ғорурланып һөйләй. — Егерме биш йәшен тултырған көндә ул армияға үҙе теләп китте. Йыйылыштыҡ, әлбиттә, әммә уның юбилей туған көнөн билдәләп үтeргә өлгөрмәнек.
Егет үҙенең етди ҡарарын ике юғары уҡыу йортында уҡыуын тамамлағас, ҡабул итә. Мәҫән, Айыт ауылының Фәтих Кәрим исемендәге урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Тимур Башҡорт дәүләт университетына бакалавриатҡа уҡырға керә. Диплом ала, ләкин бының менән генә туҡталмай. Магистратураны А.Н. Туполев исемендәге КАИ (КНИТУ — КАИ) Ҡазан милли тикшеренеү техник университетында тамамлай — дипломды 2024 йылдың 31 авгусында ала. Юғары уҡыу йортоноң исеме үҙе ни тора. Шуға күрә бындай класслы белгесте Оборона министрлығының хәрби белгестәре ҙур теләк менән тейешле ғәскәрҙәргә ҡабул итә.
— Тимур Ставрополь крайында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Һауа-космик ғскәрҙәренә хеҙмәт итeргә эләкте, — тип дауам итә Лилия Яхъя ҡыҙы. — Ул армия хеҙмәтенә физик яҡтан да, мораль яҡтан да яҡшы әҙерләнде. Улдарыбыҙҙы күбеһенсә атайҙары тәрбиәләне. Яратҡан ирем Илдар Ватанды һаҡлаусылар көнөндә үҙенең дембель альбомын күрһәтә һәм уларға Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң сикләнгән контингентында хеҙмәт иткән йылдары тураһында һөйләй ине. Мин үҙем дә уның төрлө тарихтарын рәхәтләнеп тыңланым, хәҙер уларҙы яттан беләм hәм хатта немец ҡалалдарының кyбеһен дә картала күрһәтә алам. Оло улыбыҙ Эльвир Өфө нефть университетын тамамлағандан һуң Еланда учебкала булды, артабан Волгоградта хеҙмәтен дауам итте. Уның да дембель альбомы бар. Тимур, бәлки, шуғалыр ҙа, армияға үҙенең ысын ир-ат икәнлеген атаһы менән ағаһына иҫбат итергә теләп киткәндер.
Һалдаттың әсәһе улының нисек хеҙмәт итеүе тураһында бик бирелеп һөйләй. Улар уның менән йыш шылтыратышалар hәм уның армия хеҙмәте тураһында беләләр. Уның менән бергә Өфөнән яҡташтары хеҙмәт итә икән. Һәм теләһә ҡайһы әсә кеүек, хеҙмәт срогы тамамланғандан һуң яратҡан улын өйөндә көтә.
Владимир СМОЛОВ.
Фото Миhрановларның ғаилә альбомынан.