Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
24 Февраль 2025, 09:29

Пар ҡанатлы ғүмер юлдары

Зинәйҙә һәм Хәкимулла Әхмәҙуллиндар 65 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләп үтте

Пар ҡанатлы ғүмер юлдарыПар ҡанатлы ғүмер юлдары
Пар ҡанатлы ғүмер юлдары

Һәр төбәктә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән оло йәштәге ғаилә парҙары бар. Татыулыҡта ғүмер итеп, балаларын үҙ өлгөһөндә эшһөйәр, тәүфиҡлы, тәрбиәле итеп үҫтергәндәре ауылдың бер биҙәге булып тора. Күптән түгел Айыт ауылында йәшәүсе Зинәйҙә һәм Хәкимулла Әхмәҙуллиндарҙың сәстәре-сәскә бәйләнеп, матур тормош ҡороп йәшәй башлауҙарына 65 йыл тулғае. 

Тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған ғаилә бәхетендә, әлбиттә, уларға әллә күпме шатлыҡлы миҙгелдәр, күпме һынауҙар аша үтергә тура килә. Улар икеһе лә һуғыш йылы балаһы. Зинәйҙә Мөхлис ҡыҙы күмәк балалы ғаиләлә Кәрим ауылында донъяға ауаз һала. Ғаилә башлығы фронтҡа киткәс, тормош ауырлыҡтары үҙен һиҙҙертә.

- Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтты, уны Ҡасҡын ауылына проедседатель итеп ҡуйҙылар. Беҙ һуғыш бөткәнсе унда йәшәнек, бала ғына булһам да, хәтеремдә ҡалған, әсәйем тары утарға бара, урман буйынан аяҡҡа сабата кейгән килеш мин дә уға эйәреп бара инем. Эшкә йөрөүселәргә шырпы ҡабы менән он бирәләр ине, әсәйем миңә лә бәләкәй генә тоҡсай тегеп бирҙе, мине йәлләгәндәрҙер инде, күберәк тә һалалар ине, - тип, аяныслы йылдарҙы иҫкә ала ул.

Бар ил халҡы Бөйөк Еңеүҙе шатланып ҡаршы ала. Тыуған яҡҡа һалдаттар ҡайта башлай, уларҙың ғаиләһе лә 1946 йылда Кәрим ауылына ҡайтып төпләнә.

- Ҡасҡындан бер фурман мүк төйәп ҡайтҡайныҡ. Ата-әсәйем яңы йорт һалды, бында беҙҙең тағын бер энебеҙ тыуҙы. Һуғыштан һуң ауыл айырым колхоз ине, шул осорҙа Шверник исемле бер депутат килгәйне, шуның исеме ауылга йәбешеп ҡалды. Тиҫтерҙәрем кеүек, 7-сене тамамланым һәм эшкә керештем, ауылдағы фермала сусҡалар ҡараным. Үҫә килә, ағайҙарыым бер-бер артлы армияға китте, мин дә үҙ насибымды осраттым, кейәүгә сыҡтым. Беҙҙең ҙур булмаған йортта бер нисә көн рәттән ике туй гөрләне. Хатим ағайым Вәхиттән кәләш алһа, мин Айыт егете Хәкимулла белән яҙмышымды бәйләнем, - тип йылмайып иҫкә ала алыҫта ҡалған йәшлек йылдарын ул.

 Әхмәҙуллиндар ҡайҙа ғына йәшәмәһен һәм эшләмәһен, үҙҙәре артынан яҡты эҙ ҡалдыра. Йорт хужаһы Хәкимулла 14 йәштән колхоз эшенә тотона.  Иң тәүҙә “ХТЗ” тракторында туған ауылы баҫыуҙарында ер һөрә, ә 1958 йылда Дәүләкән ҡалаһында киң профилле машинист-тракторист һөнәре алғас, ниндәй генә техникаларҙа эшләмәй ул  – “Алтай”, “ДТ-54” “Т-74” “К-700”, МТЗ-5” “C-80”, “C-100” тракторҙарында, һуңынан “ЮМЗ-6” экскаваторында ауылдашларына газ үткәрергә ярҙамлаша. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Почет грамоталары һәм “За трудовую доблесть”, “За трудовые отличия”, “Ветеран труда” миҙалдары менән бүләкләнә. Алдынгы механизаторҙың тырыш хеҙмәте даими рәүештә район баҫмаларында яҡтыртыла.

- Беҙ эшләгән осорҙа барыһы ла ҡул менән башҡарылды. Мин Айытҡа килен булып төшкәс, дауахала кер йыуҙым. Ул ваҡытта Айыт участок дауаханаһында 80-ләп кеше ята, бынан тыш, 30-лап персонал бар ине. Көндөң-көнөндә мейескә яғып, һыуҙы плитә өҫтендәге оло бактарҙа йылытып, кейем-һалымды һәм постель кәрәк-яраҡтарын ҡул менән ышҡып йыуҙыҡ. Ул саҡта бала табыу йорто ла бында ине, балалар бысрағын да йыуа торғайныҡ. Артабан көн оҙоно күмер үтеге менән таҙа керҙәрҙе үтекләй инек, - тип хеҙмәт йылдарын иҫкә ала Зинәйҙә Мөхлис ҡыҙы.

Эйе, 65 йыл ул — алтмыш биш көн түгел. Алты тиҫтә йыл эсендә ғаилә тормошонда борсоулы миҙгелдәр ҙә, шатлыҡлы көндәр ҙә булды, ти улар. Ауылда тәүгеләрҙән булып мотоцикл һәм машина уларҙың ихатаһында күренә. Был тарихты ла мауыҡтырғыс итеп һөйләй Зинәйҙә Мөхлис ҡыҙы:

- Беҙ ете йыл Ҡаҙағстанда йәшәнек, Айытҡа ҡайтҡас, икебеҙ ҙә МТМ–ға эшкә урынлаштыҡ. Мойкала запчәстәрҙе бергәләп йыуа инек, шул осорҙа күптәр “Минск” матайында йөрөһә, мин төшкө ашка ла ‘Иж-Юпитер’ менән ҡайтып йөрөнөм. Ә бер аҙ һуңыраҡ, машиналы булдыҡ. Мин йәйге каникулдан һуң, ейәнемде Красноярскийҙағы ҡыҙыма илтеп ҡайтып килә инем, беҙҙең гараж ишеге асыҡ тора. “Тағы ҡайһыһы машина ремонтлатырға килтерҙе икән” тип уйлап, өйгә яҡынлаштым. Шул саҡта ирем күренде һәм “ниңә хәбәр итмәнең, үҙем барып алыр инем”, тине. Баҡтиһәң, был “Запорожец”ты уға тырыш хеҙмәте өсөн колхоз бүләк иткән икән.

Артабанғы әңгәмә барышында 84 йәшлек Зинәйҙә Мөхлис кызы сауҙа өлкәһендә һәм икмәк комбинатында эшләгән осорҙа ауылдаштарын ғына түгел, ә тирә-яҡ ауыл халҡын да төп ризыҡ менән тәьмин итеүҙәрен ентекләп һөйләй. Уның хәтеренә көнләшерлек.

Әхмәдуллиндар өс ҡыҙ, ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Тынғыһыҙ эш араһында баларына лайыҡлы тәрбиә бирә, уларға һөнәр алырға ярҙам итә улар. Бөгөнгө көндә ҡыҙҙары Гүзәл Красноярск крайында йәшәй, Рифәт менән Венера Татарстанда төпләнгән. Педагог һөнәренә эйә булған ҡыҙҙары Мөнирә, шулай уҡ фермер хужалығы алып барған кесе улдары Хәниф тыуған ауылдарында ҡалған, хәҙер улар ата-әсәләренең төп ярҙамсыһы. Бәхетле өләсәй менән олатай үҙҙәренең дауамы булған ун ике ейән-ейәнсәренә һәм ун өс бүләһенә һөйөнөп бөтә алмай.

- Әсәйемдәр элек һыйыр малы күп аҫранылар, хәтһеҙ йылдар умарта ла тоттолар, әле булһа икешәр партия бройлер себештәре алып ҡарайҙар. Баҡсаларында еләк-емеш һәм йәшелсә үҫтерәләр, йәйгеһен әсәйем ишек алдын аллы-гөллө сәскәләргә күмә, - ти юбилярҙарҙың ҡыҙҙары Мөнирә. – Улар беҙҙең өсөн өлгө, ейәндәре өсөн үрнәк булып тора. Ҡәҙерлеләребеҙҙең бөгөнгө көндә иҫән-һау булыуҙарына, изге доғаларынан ташламайса, беҙгә терәк булып тороуҙарына беҙ бик шатбыҙ.

Оло йәштәге Зинәйҙә әбей күптән инде дин юлында, намаҙ уҡый, ауылдағы ҡөрьән аштарына йөрөй, барлыҡ дин ҡанундарын үтәп, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға озатыша. Ил-көн яҙмышына битараф булмаған изге күңелле әсә кеше МХО-дағыларға ла финанс ярҙамы күрһәтә. Ул хатта бының өсөн ғинуар айында алғы һыҙыҡтағы командирҙан бүләккә сәскә гөлләмәһе алған. Был өйҙә тағын бер байрам булған – яҡындары йыйылышып Хәкимулла Ғәдият улының 90 йәшен билдәләгән, ул ауырып тора һәм яҡындарының тәрбияһенә мохтаж.

Ауыр замандарҙы кисергән, тыуған ерендә баш баҫып егелеп эшләгән хеҙмәт ветерандарының бөгөнгөһө бик тә бәхетле. Тимер туйҙарын билдәләп уҙған ир менән ҡатындан бергә бәхетле йәшәү серҙәрен һорашам.

- Тормош көткәндә төрлөһө була, шулай ҙа асыуланышҡанды балаларға һиҙҙермәнек, кешегә сығарманыҡ, балалар атайһыҙ үҫмәһен тинек, болот артынан берсә ҡояш сыҡҡандай үтеп китә ине. Кәрәк саҡта  түҙемлек, сабырлыҡты онотмаһаң, үҙ өлгөңдә балаларҙы тәртипкә өйрәтһәң, эштән ҡурҡмаһаң, барыһа ла яҡшы була, - ти ауылдың ағинәйе .

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Шәхси архивтан алынған фото.

Пар ҡанатлы ғүмер юлдары
Пар ҡанатлы ғүмер юлдары
Автор:
Читайте нас