Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Февраль 2025, 07:25

Сәй янына - эремсекле синнабон

Синнабон – тәмле, йомшаҡ ризыҡ. Эслекте төрлөсә яһарға була.

Сәй янына - эремсекле синнабонСәй янына - эремсекле синнабон
Сәй янына - эремсекле синнабон
Ҡамыр өсөн: 350 г он, 5 г ҡоро сүпрә, 100 г һөт, 50 г шәкәр ҡомо, 50 г маргарин (аҡ май, үҫемлек майы), 70 г ҡаймаҡ, 3,5 г тоҙ.
 
 
Эслек өсөн: 500 г эремсек, 1 йомортҡа, 100 г шәкәр ҡомо.
 
Крем: 200 г магазин ҡаймағы, 1 -2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо.
 
 
Ҡамыр баҫырға һәм йылыға ҡабартырға ҡуйырға. Ҡабарған ҡамырҙы йәйергә һәм өҫтөнә эслек яғырға, рулет итеп төрөргә. Рулетты киҫәктәргә бүлеп сығырға һәм майланған табаға ара ҡалдырып теҙергә. Табала килеш бер-береһенә ҡушылғансы ҡабартырға. Шунан һуң духовкаға ҡуйырға.
 
 
Синнабонды духовканан алып, ҡайнар килеш өҫтөнә кремды мулдан ағыҙырға. Кремға бер йомортҡа ла өҫтәргә мөмкин, ул ваҡытта синнабондарҙы һүндерелгән, әммә ҡайнар духовкаға 10 минутҡа ҡуйырға кәрәк.
 
https://vatandash.ru
Сәй янына - эремсекле синнабон
Сәй янына - эремсекле синнабон
Автор:
Читайте нас