Мәнәүез-Мәскәү юбиляры Мөнирә Ханнан ҡыҙы менән һөйләшергә килеп, уны өйөндә осратмағас, был тынғыһыҙ әйбейҙе ауылда йәшәгән балаларының адрестары буйынса эҙләргә тура килде. Ә бит уға ғинуар айында 95 йәш тулған.
—Әсәйем көн һайын Мәнәүез-Мәскәү ауылында үҙ ғаиләләре менән айырым йәшәүсе ағай-апайҙарым янына барып йөрөй, — ти юбилярҙың иң бәләкәй ҡыҙы, быйыл үҙенең алтмыш йәшен билдәләп үтеүсе Рушания Рәфиҡова. — Шуға күрә, уны өйҙә осратыу мөмкин түгел. Беҙ ғаиләлә алты бала үҫ ҡтек: өс малай hәм өс ҡыҙ. Оло ағайым ғаиләһе менән Екатеринбургта йәшәй hәм эшләй, икенсе ағайым совет заманында уҡ комсомол путевкаһы менән Байкал-Амур магистрален төҙөргә киткәйне, ғаиләһе менән Тында ҡалаһында төпләнде. Иң бәләкәй туғаным Төньяҡта вахта ысулы менән эшләй, ләкин ғаиләһе менән туған ауылыбыҙ Мәнәүез- Мәскәүҙә йәшәй. Ҡатыны Ҡушйылға мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Әсәйебеҙ беҙҙең ғаиләләребеҙҙе һәр саҡ контролдә тота. Ул еңел кәүҙәле hәм әлегә ҡәҙәр һаулығына зарланмай: яҡшы күрә һәм ишетә,
күҙлекһеҙ ҡөръән уҡый.
Ғәзиз кешеһенең биографияһын Рушания Мәғсүм ҡыҙы яҡшы белә. Ул әйтеүенсә, Мөнирә Ханнан ҡыҙы 12 йәшенән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарныда колхозда тиҫтерҙәре менән төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡан. Ә 18 йәшенән ул Свердловск өлкәһендә торф эшкәртеүҙә һәм Камышловка тимер юл станцияһында эшләгән. Уға Белорет ҡалаһында һал ағыҙырға ла тура килә. Тап бына Белорет ағас эшкәртеү комбинатында буласаҡ ире менән таныша.
— Атайым да ошо ауылдан ине. Мoғайын, уларҙы туған ерҙәренән йыраҡта яҙмыш үҙе осраштырғандыр, — тип йылмайып дауам итә Рушания Мәғсүм ҡыҙы. — Улар 1952 йылда өйләнешкән. Бер йылдан ҡыҙҙары тыуған. Ә шул ваҡытта атайымды хәрби хеҙмәткә алғандар. Ул йылдарҙа армияла хеҙмәт итеү ваҡыты өс йыл булған. Ул Хабаровск ҡалаһында хәрби аэродромда истребителдәрҙе хеҙмәтләндергән. Шуға күрә, әсәйем бәләкәй балаһы менән ҡәйнәһе янына, йәғни туған ауылыбыҙға, ҡәйнәһе янына йәшәргә ҡайта. Бында әсәйем май заводына эшкә урынлаша. 1956 йылда, армия хеҙмәтен
тамамлағандан һуң, атайым ғаиләһе янына ҡайта. Әсәйем районда алдынғы йәшелсә үҫтереүсе булараҡ дан тотто. Уның Мактау ҡағыҙҙары күп. Элек ауылда совхоз баҡсаһы бар ине, унда дәүләт заказы буйынса төрлө йәшелсәләр үҫтерелде. Беҙҙең ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк, әсәйем дә, беҙҙе, алты баланы эйәртеп, өсәр гектар шәкәр сөгөлдөрө баҫыуында
эшләне. Хәҙер әсәйем беҙҙә йәшәй. Беҙ ирем Фәнүр менән биш бала үҫтерҙек, әлбиттә, ул уларҙы ҡарарға ярҙам итте.
Әсәйем Мөнирә Ханнан ҡыҙының ун дүрт ейәне, егерме ике бүләсәре бар. Ул үҙенә тапшырылған Маҡтау грамоталарын, «Хеҙмәт ветераны» hәм «Әсә даны» миҙалдарын түгел, ә ейән-ейәнсәрҙәрен тормошондағы төп бүләк, тип һанай.
Фотоға төшөрөү өсөн юбиляр әбейҙе эҙләп, Мәнәүез- Мәскәүҙә йәшәүсе барлыҡ балаларына кереп сығырға тура килде. Беҙ уны ғәрәп телендә ҡөръән аяттарын уҡып ултырған саҡта таптыҡ.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.