Был изге айҙа мосолмандар ураҙа тота. Ураҙа (ғәрәпсә “сыям”) – Аллаһ ризалығы өсөн, иртәнге таңдан алып кис ҡояш байығанға ҡәҙәр, ашау-эсеү һәм енси яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу. Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе – беренсенән, Ҡөрьән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә хаҡты эҙләү һәм дөрөҫтө ялғандан айырыу өсөн ебәрелгән, икенсенән, был айҙа изге Ҡәҙер кисе бар (Әл-Ҡәҙер сүрәһе), өсөнсөнән, Аллаһы Тәғәлә Үҙе был айҙың дәрәжәһен күтәргән һәм был айҙа ҡылынған изгелектәр-ҙең сауабын күпкә арттыра, дүртенсенән, был айҙа һәр кешенең алдағы йылға тәҡдире төшөрөлә.