Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март , 08:58

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө

Ғаилә - ул усаҡ , йылылыҡ, яҡтылыҡ; Ғаилә - ул дуҫлыҡ , татыулыҡ , яҡшылыҡ

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө
1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө

ҒАИЛӘМ-ҠӘЛҒӘМ.

Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!

Фирүзә Абдуллинаның шиғыры. 






Лайк

 





6

 

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө
1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө
Автор:
Читайте нас: