Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, Рәсәйҙә Ватан һаҡсылары йылына бағышланған "Еңеү Хаты" фестиваль-марофоны беҙҙең районда ла дауам итә.
Бикҡол ауыл Советы хәкимиәте башлығы Р.Н.Әхмәтшин “Еңеү” штандартын Дим ауыл Советына тапшырҙы. Был кистә Аҙнай мәҙәниәт йортона халыҡ эркелеп килде. Милли кейемдәрҙәге төрлө ансамблдәр һәм коллективтар байрам рухы тыуҙыра ине.
Залдағы бай күргәҙмәләр данлы уҙғандарыбыҙға күҙ һалырға мөмкинлек бирһә, бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелгән коллективтарҙың сығыштары Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл хеҙмәткәрҙәре өсөн күңелдәрҙә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары уятты.
Аҙнай, Дим, Тулыбай, Боголюбовка ауылдарының һәүәҫкәр артистары һәм Дим урта мәктәбе коллективы үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Концерт номерҙары ҡәһәрле һуғыш, тыл эшсәндәренең тынғыһыҙ хеҙмәтен һүрәтләгән композициялар, күңелгә үтеп инерлек йырҙар һәм шиғырҙарҙан торҙо. Ҡайһы бер сығыштарҙы зал тын да алмай тыңланы, һәм көслө алҡыштар менән оҙатты. Район мәҙәниәт һарайынының баһалама ағзалары һәр сығышты иғтибар менән күҙәтте. Әлбиттә, Аҙнай ауылы таланттарының ялҡынлы сығыштары бигерәк тә күңелдәргә хуш килде.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары олоһона-йәшенә лә ҙур һынау булған, һуғыш еле һәр ғаиләгә ҡағылған. Һәр кем яуҙа ҡатнашҡан ата-бабаларын, тылда бил яҙмай эшләгән әсәй-инәйҙәрен иҫкә алғандыр, шуға күрә сәхнә сәхнә түренән яңғыраған йырҙар, шиғырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары