Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында "Арыҫланов уҡыуҙары" III республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Был күркәм сара халҡыбыҙҙың 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә бағышланды.
28 февралдә “Арыҫланов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды. Мәртәбәле сара дүртенсе тапҡыр уҙғарыла һәм унда 548 уҡыусы үҙ көсөн һынаған. Уларҙың эше биш йүнәлеш буйынса ҡабул ителгән. Ойоштороусылар конкурсанттарҙы башҡарыу оҫталығы, музыкаль оҙатыу сифаты, вокаль мәғлүмәттәр, репертуарҙың йәшкә һәм тематикаға тап килеүе критерийҙары буйынса һайлап алған. Мәртәбәле сарала 80 уҡыусының эше иң яҡшыһы тип танылған. Улар араһында Бишбүләк 1-cе урта мәктәбенең 1 а класс уҡыусыһы Маликов Данияр (етәксеһе Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы Муллағәлиева) ҙа бар, ул III дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.
«Ерем, илем, телем» исемле патриотик йыр башҡарыусылар (7-10 йәшлектәр) араһында Данияр Маликов "Һалдаттарға" йырын башҡарған (авторы - Муллағәлиева З.З) һәм уның сығышы жюри тарафынан юғары баһаланған. Даниярға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
https://vk.com/public210652587