Күсмә бригада составына: табип-невролог Таюпова Гөлназ Раил ҡыҙы, табип-кардиолог Рәхмәтуллина Әлфирә Рауил ҡыҙы һәм табип-травматолог Арыҫланбаев Тимур Илшат улы. Сәфәрҙең төп маҡсаты – урындағы халыҡҡа беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү сифатын күтәреү. Ҡабул итеү барышында белгестәр 137 пациентты ҡараған, уларҙың 45-е өҫтәмә тикшереүгә һәм 16 кешегә Ғ.Ғ.Ҡыуатов дауаханаһына йүнәлтмә бирелгән.
Тыл хеҙмәтсәндәренә айырыуса иғтибар бүленә. Улар өсөн өйҙәрендә консультациялар ойошторола, шул уҡ ваҡытта табиптар ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү буйынса аныҡ тәҡдимдәр бирә. Бындай күсмә консультациялар республиканың алыҫ райондарында медицина хеҙмәтләндереүен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, халыҡты ҙур ҡалаларға барыу мәшәҡәтенән ҡотолдороп, киң профилле белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеге бирә.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ойошмаларының теге йәки был белгестәргә ихтыяжы тураһында белә. Тар белгестәргә һорау артҡан дауаханаларға Өфө табиптары ебәрелә. Былар барыһы ла сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм белгескә сират көтөп тороу ваҡытын арттырмау өсөн эшләнә.
https://vk.com/bizhbulikcrb?w=wall-212710208_1053