Стәрлетамаҡ кирбес заводы командаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты нигеҙендә “Етештереү процестары фабрикаһы” уҡыу майҙансығында һаҡсыл технологияларҙы үҙләштерҙе.
Был хаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәгенән хәбәр иттеләр. Предприятие проектҡа 2024 йылдың октябрендә ҡушылған. Төбәк компетенциялар үҙәгенең адреслы ярҙамы арҡаһында завод хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра, шарттарҙы уңайлаштыра, эш процесы ваҡытын ҡыҫҡарта. Өҫтәүенә яңы белем туплана, методик алымдар үҙләштерелә.
“Беҙ процестарҙы нисек ҡулайлаштырырға, персоналдың, команданың үҙ-ара эш итеүен яйға һалырға мөмкинлеген, һәр йүнәлештең ни тиклем мөһим икәнлеген асыҡ күрҙек. Етештереүсәнлек артыуы предприятиеның конкурентлыҡҡа һәләтлелегенә йоғонто яһай. Был үтә мөһим, – ти завод директоры Дмитрий Паламарчук.
Төбәк компетенциялар үҙәгенән Сергей Тищенко команданың көйлө эшләүен, ҡуйылған барлыҡ маҡсаттарға өлгәшеүен билдәләне.
Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙың 1200-ҙән ашыу хеҙмәткәре “Процестар фабрикаһы” уҡыу майҙансығында һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡулланыу тәжрибәһенә эйә булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты үҙ эсенә биш федераль башланғысты алған. Төп маҡсаттар – 2030 йылға инвестицияларҙы 60 процентҡа арттырыу, бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү, түбән углеродлы үҫешкә күсеү, дәүләт статистикаһын, күҙаллау ҡеүәһен көсәйтеү.
Фото: “Башҡортостан 24”.