Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
21 Март 2025, 10:44

Юлдарҙа ремонт эштәре башҡарыласаҡ

Эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

Юлдарҙа ремонт эштәре башҡарыласаҡЮлдарҙа ремонт эштәре башҡарыласаҡ
Юлдарҙа ремонт эштәре башҡарыласаҡ

Мәҫәлән, Архангел районында Ағиҙел, Хәйбулла районында Таналыҡ, Башҡортостан менән Татарстан сигендә Октябрьский янындағы Ыҡ йылғалары аша күперҙәр һәм башҡа ҙур объекттарҙа эштәр планлаштырыла. Асҡын – Көнгәк юлының яҡынса өс, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез трассаһының алты, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһының 11, Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим юлының өс саҡрымы һәм башҡа юлдар рәткә килтереләсәк.

Бөтә эштәрҙе лә 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

– Төп бурысыбыҙ – республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн юлдарҙа хәүефһеҙ һәм уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ ҡалалар һәм ауылдар араһында юл селтәрен үҫтереү, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Билдәле булыуынса, “Тормош өсөн инфраструктура“ (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: БР Хөкүмәте.

bashgazet.ru

Юлдарҙа ремонт эштәре башҡарыласаҡ
Юлдарҙа ремонт эштәре башҡарыласаҡ
Автор:
Читайте нас