2025 йыл беҙҙең илебеҙҙә үҙенсәекле йыл — Русия Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән иғлан ителгeн Ватанды һаҡлаусылар йылы. 2025 йыл бар ил халҡы өсөн әһәмиәтле ваҡиға — Совет халкыныn 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80-йыллығы һәм Европаның күп кенә илдәренең фашизмдан азат ителеүе менән билдәләп үтелә...
Халыҡ шағиры Мостай Кәрим былай тип яҙған: «... Беҙ бер ҡасан да халыҡтың батырлығын, халыҡтың ғазаптарын онотмаҫҡа тейешбеҙ. Снарядлар ғына, миналарғгына шартлап ҡалманы. Фронтта ла, тылда ла кешеләрҙең йөрәктәре өҙгөләнде. Бына шул йөрәктәр менән беҙ еңдек тә инде. Беҙ баш өҫтөбөҙҙәге тыныс күк Йөҙөнөң ҡәҙерен беләбеҙ.
Ҡаныҡайҙан фронтҡа Буранғол Ислам улы Исламовтың биш улы hәм ейәне киткән. Минең атайым, дүрт бер туған ағайым hәм атайымдың ике туғаны ҡустыһы миллионлаған һалдаттар менән бергә 80 йыл элек Бөйөк еңеү яулағандар. Өс бер туған, дyрт йыл ут һәм үлем аша үтеп, орден-миҙалдар тағып, өйҙәренә ҡайтҡан.
Олатайымдың оло улы Лоҡман Исламов (1898 йылда тыуған) Сталинград һуғышында 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала. Уның улы Ғирфан (1926 йылда тыуған) 1944 йылда хәрби хеҙмәткe алына, рядовой, 1950 йылда демобилизациялана. Минияр Исламов (1904 йылда тыуған) 1943 йылда хәрби хеҙмәттән азат ителә. Күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены hәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Янгир Исламов (1911 йылда тыуған) 1941 йылда саҡырыла, ҡыҙалармиясы. 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала. Нурғәли Исламов (1919 йылғы), 1939 йылда хеҙмәткe алына, 1946 йылда демобилизациялана. Күрһәткән батырлыҡы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены hәм «Һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивы һуғыш йылдары документтарын ҡәҙерләп һаҡлай, шулар буйынса улым олатаһы Мырҙағол Буранғол улы Исламовтың данлы юлын өйрәнде. Атайым, Мырҙа Буранғол улы Исламов, 1941 йылдың 12 декабрендә Бишбүләк районы хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алына. Ул 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы, 1943 йылдың ғинуарнынан 1945 йылдың майына тиклем 60-сы кавалерия полкы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы составындағы 1-се гвардия кавалерия корпусының 1-се Ҡыҙыл гвардия танкка ҡаршы истребитель дивизияһы составында һуғышҡан. Мырҙағол Исламов Ровно, Луцк ҡалаларын азат иткән өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944 йылдың 26 декабре), Карпат-Дуклин операцияһы өсөн «Һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944 йылдың 6 октябре) менән бүләкләнгән.
Архив материалдарынан белгән Мырҙағол Буранғол улының һуғышсан батырлыҡтарының береһе турһында һөйләгем килә. 1944 йылдың көҙөндә башҡорт кавалеристары СССР — Польша дәүләт сиген үтеп сығалар. Варшаваға юл асыҡ була, ләкин Польша башҡалаһын алыу ынтылышы уңышлы барып сыҡмай. Беренсе гвардия кавалерия корпусы дошман оборонаһына бер нисә тапҡыр үтеп керә. Ул, яҡшы маневрлылығы арҡаһында, фашистарҙың көслөрәк соединениеларының һөжүменән оҫта ҡасып, бик тиҙ бара. Карпат-Дуклин операцияһында беренсе гвардия кавалерия корпусы Чехословакия армия корпусы менән берлектә һуғыша. Кроснонан көтөлмәгән һөжүм менән беҙҙең ғәскәрҙәр 1944 йылдың 29 сентябренe Дуклин үткәлен алыуға ирешә. Башҡорт кавалеристары Русский, Ужок hәм Верецкий үткәлдәрен ала. Свидник өсөн ҡаты һуғыштар башлана. Мырҙағол Исламов дошман тылында була hәм корпус штабының рейдтан сығыуын ҡаплай. Немецтар, кавалеристарға юғалтыуҙар китереп, юлды ябыу маҡсаты менән бер нисә тапҡыр атака яһай. Исламов алыш барышында үҙ взводын ут менән ҡаплай hәм немецтарҙың атакаларын кире ҡаға. Дошман Нижняя Поляна ауылы янында кавалерия корпусын ҡамауға алырға тырыша. Немецтарҙың СС танк дивизияһы корпус ҡамалыуын Кремпной янында уратып алырға тырышып ҡарай, ләкин кавалерия корпусы ҡамауҙан беҙҙең армия яғына сыға. Ярҙам hәм һуғыш кәрәк-яраҡтары алғас, корпус ҡабат оролоп, үҙҙәрен эҙәрлекләүселәргә ҡаты һөжүм яһай.
Карпат-Дуклин операцияһы барышында ҡыҙыл армиясы Исламов Мырҙағол Буранғол улы хөкүмәт бүләге — «Һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Алда әле Көнсығыш Словакияны азат итеү өсөн ауыр һуғыштар була. Еңеү көнөн атайым Польшаның Познань ҡалаһындағы госпиталдә ҡаршылай. Һуғыштан ул 1945 йылдың июнендә аяғы hәм башы ауыр яраланып ҡайта. Беҙҙең яҡын туғаныбыҙ, журналист, яҡташтары тураһында бик ҡыҙыҡлы хикәләр авторы Даларис Нури улы Ғабдуллин «Бельские просторы» журналында атайым тураһында күңел ҡылдарына ҡағылырлыҡ эпизод яҙҙы, hәм был мине битараф ҡалдырманы, бының өсөн уға рәхмәтлемен. Ул: «Бөйөк байрам көнөндә беҙҙең йортта йыйылыу традицияһы тайпылышһыҙ үтәлде. Өс туған ағайым Мырҙағол, атаҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизия атлыһы, уның 78 һуғышсыһы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, ә бишеһе Дан орденының тулы кавалеры булды — был башҡа бер ниндәй ҙә хәрби соединениела булмаған тиңдәшһеҙ һөҙөмтә... Улар фронттағы иптәштәрен, ялан госпиталдәрендәге бәлә-ҡаза күргәндәрен иҫкә алды. Хәтерләйем, бер ваҡыт Мырҙағол ағайға мөрәжәғәт иттем, уның баш һөйәгенең бер өлөшө юҡ, баш тиреһе сал терпе менән ҡапланған, гел тибеп тора ине.
— Бик ҡуркыныс инеме Мырҙағол ағай?
Ул шарҡылдап көлөп ебәрҙе:
— Һуғыш яланынан мине эҙләп тапҡан санитарҙарға ҡурҡыныс булғандыр, тип уйлайым. Мин бит, ауыл тилеһе, уянып, каскамдың ҡан менән тулы икәнен күргәс, уны ҡабат тишек башыма һалырға иткәнмен — әрәм булмаһын, имеш. Госпиталдә аңыма килдем, йыуындырылған, бинт менән уралған килеш. Госпиталдең һоро, ҡат-ҡат йыуылған простынялары — айҙар буйы окоптарҙа ятҡандан һуң, уларҙа ятыу ниндәй рәхәт ине». («Бельские просторы» №1, 2023 йыл).
Фронттан ҡайтҡас, атайым, башҡалар кеүек үк, ауыл хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнаша. «Юлай» колхозында председатель булып эшләй. Ләкин һуғышта алған яралар тулы көсөнә эшләргә һәм йәшәргә ирек бирмәй. Ул грамоталы ине. Аҡыллы hәм зирәк кеше булараҡ, уға кәңәш һорап, йыш мөрәжәғәт иттеләр. Беҙҙең өсөн ул иң ҡәҙерле кеше, уҡытыусы hәм кәңәшсе булды. Әлбиттә, был эштә әсәйем Шаhиҙә Мырзаян ҡыҙының да өлөшө бар. Һуғыш башланғанда, әсәйемә 21 йәш була. Ул тыл хеҙмәтсәне, бик күп ауырлыҡтар кисергән. Улар күптән инде баҡыйлыҡҡа күсте, әммә улар һәр ваҡыт эргәлә кеүек. Улар быуынына ауыр йөк — дүрт йыл барған ҡот осҡос, рәхимһеҙ һуғыш тура килде.
Һуғыштың ауыр йылдары тураһындағы хәтирләр әле һүнеп бөтмәгән. Беҙҙең Ватаныбыҙға йәнә бер бәлә килде. Кoнбайыштың күп илдәре Рәсәйҙең бөйөк ил булыуын теләмәй. Бөгөн беҙҙең улдарыбыҙ һуғыша, ил именлеген яҡлай, алғы һыҙыҡтағы окоптарҙа. МХО-ла ҡатнашыусы балалар Рәсәйҙе һәм Европаны фашизмдан ҡотҡарған бабаларының эшен тамамлайҙар. Бөйөк Еңеүселәр быуыны эшен башҡара. Дүсән ауылында ике туған Әфләтунова Флүзә Муллахмәт ҡыҙы менән Риф Яхия улының дүрт данлыҡлы баhадир улдары үҫеп етте. Улар барыһы та ир-аттарҙың хәрби бурысын лайыҡлы үтәне. Улдары — ата-бабаларының hәм ағайҙарының лайыҡлы дауамы. Улдары Рәфил Риф улы Әфләтунов (1979 йылда тыуған) — Төньяҡ Кавказдағы локаль һуғыштарҙа ҡатнашты. Беҙҙең һәр беребеҙ Чечняла ниндәй операция булғанын хәтерләй— был рус hәм чечен халыҡтары өсөн фажиғә, ул әлегә ҡәҙәр миллионлаған рәсәйҙәрҙең йөрәктәрендә ҡайғы менән сағыла. «Кошмар» позывнойлы улдары Рәфис Риф улы Әфләтунов (1989 йылғы) Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Мотоуҡсылар ротаһының старшинаһы кесе сержант Рәфис Риф улы хәрби хеҙмәткә мобилизация буйынса алынды, дошмандың терәк пунктын алыу өсөн һүжүм ваҡытында штурм төркөмө составына кергән, ләкин һуғыш барышында ул дошман ойошторған засадаға эләккән. Һуғыш башланған. Шул ваҡытта Рәфис контузия ала. Yҙенең хәле ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул төркөмдөң часть командованиеһын үҙ өҫтөнә алған hәм, группаның флангыһын ҡаплап, уны дошмандың атыу утынан һаҡлаған. Кесе сержант Рәфис Әфләтуновтың шәхси батырлығы һөҙөмтәһендә төркөм һуғыштан юғалтыуҙарһыҙ сыға алған. Туғыҙынсы рота старшинаһы сержант Рәфис Риф улы Әфләтунов Донецк Халыҡ Республикаһының күп кенә тораҡ пункттарын штурмлауҙа ҡатнашҡан. Һуғыш хәрәкәттәре барышында ике тапҡыр контузия алған. Күрһәткән батырлығы hәм ҡыйыулығы өсөн Әфләтунов «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм генерал Шайморатов исемендәге миҙалға лайыҡ булды. Илебеҙ үҙ һалдаттарының батырлығын онотмай. Был хаҡта улар яҙалар, һөйләйҙәр, егеттәргә төрлөсә ярҙам итәләрр, ҡалаларҙа «Ватанды һаҡлаусылар быуыны» баннерҙары урынлаштыралар. Был — Ватанды һаҡлаусылар быуындары бәйләнешe. Һәм быуындар бәйләнеше өҙөлмәйәсәк. Әфләтуновтар ғаиләһенә Ватанды һаҡлаусы данлыҡлы улдарын үрнәк итеп тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт беледерәм. Улар — Ватаныбыҙҙың ғорурлығы, таянысы hәм көсө. Тыуған еребеҙгә тыныслыҡ һәм именлек теләйем. Һуғыш тураһындағы хәтирәләр беҙҙең хәтеребеҙҙә генә йәшәһен, ә улдарыбыҙ Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Һеҙҙе ысын күңелдән көтәбеҙ, рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Фәриҙә ӘМИНЕВА-ИСЛАМОВА,
Октябрьский ҡалаһы.