Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
25 Март 2025, 07:48

Көн торошо

Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана. Был хаҡта Башгидрометтан хәбәр иттеләр.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикала марттың икенсе декадаһы аномаль йылы, ғәҙәттәгенән 7° юғары булды. Алдағы көндәрҙә республика биләмәһендә юғары температура режимы һаҡлана. Уртаса һауа температураһы норманан 4-5° юғары була. Һауа температураһының төндә +1, -4°, көндөҙ +7, +12° тиклем күтәрелеүе көтөлә. Уртаса тәүлек температураһының йәнә ыңғай яҡҡа үҙгәреүе фаразлана, был иһә быйыл метеорологик яҙҙың башланыуын билдәләй. Антициклон өлкәһендә республикала яуым-төшөм көтөлмәй.

https://www.bashinform.ru

Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас