+30 °С
Болотло
Ҡар иреп бөтөү менән тирә-яҡта сүп-сар ҙа артты. Бөгөн төштән һуң, балалар баҡсаһында эшләүселәр, муниципаль район хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошма-учреждениеларҙа эшләүселәр дәррәү өмәгә сыҡты: үҙҙәренең биләмәләрендәге ҡарҙы ырғытты, сүп-сарҙы йыйҙы.
Бындай өмәләр - ул биләмәне таҙартыу ғына түгел, ә коллегалар менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашыу, үҙеңде берҙәм коллективтың бер өлөшө итеп тойоу – тыуған ереңде таҙараҡ һәм уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге лә.
Киләсәктә лә тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса экологик өмәләр буласаҡ әле.