Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
17 Апрель 2025, 16:38

Ярлы Кәримгә арналды

Айыт урта мәктәбендә Фәтих Кәрим һәм Ярлы Кәрим ижадына арналған шиғыр бәйгеләре йыл һайын ойошторола.

Ярлы Кәримгә арналдыЯрлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды

Ярлы Кәрим (Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы) туғаны Фатих Кәрим кеүек үк, үлем тураһында уйламайынса, йәне-тәне менән ил яҙмышын ҡайғыртҡан, ижады менән үлемһеҙлек яулаған шағир. Әлеге сараны уҡыусылар Радмила Хәбибуллина һәм Азат Сәлимов Ярлы Кәрим ижадына һәм тормошона байҡау яһауҙан башланы.

Шиғриәт бәйгеһендә Айыт, Ҡаныҡай, Йылбулаҡтамак, Ҡушйылға, Бишбүләк 2-cе һәм 3-cө урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова балаларҙы сығыш яһау өсөн сәхнә түренә саҡырҙы. Сығыштарҙы мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов, “Дим буйҙары” гәзитенең хәбәрсеһе Л.И.Ғүмәрова һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Д.М.Батраева баһаланы. Жюри әҫәрҙең тексын һайлауҙы, телмәрҙең грамоталылығын, башҡарыу оҫталығын һәм һөйләүсенең сәхнәлә үҙен тотошона ла иғтибар итте. Дөйөм алғанда, сығыш  яһаусыларҙың барыһы ла тиерлек ныҡлап, ысын күңелдән әҙерләнеп килгәйне. Башланғыс класс уҡыусыларының рухлы шиғырҙар һөйләп тороуы ысын мәғәнәһендә тулҡынландырғыс һәм һоҡланғыс күренеш ине. Ҡайһы бер конкурсанттарҙың милли кейемдәрҙә килеүе лә сараға йәм өҫтәне. Лиянаның һәм кескәй Сабинаның бейеүҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. 

Һәр саҡтағыса йомғаҡлау өлөшөндә еңеүселәр билдәләнде һәм уларға “Мең ырыуҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән дипломдар тапшырылды:

1-cе дәрәжә -  Халиҡова Лияна (Айыт мәктәбе, етәксеһе Мөхтәсимова Э.М), Ғәйзуллина Динара (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе (етәксеһе Кинйәбаева И.Р);

2-cе дәрәжә – Халиҡова Лияна һәм Нафиҡов Айназ (Айыт мәктәбе, етәксеһе Мөхтәсимова Э.М), Батраев Байназар (Ҡаныҡай мәктәбе, етәксеһе Батраева Д.М.);

3-cө дәрәжә – Камалетдинова Альмира (Бишбүләк 3-cө мәктәбе, етәксеһе Семенова З.Р); Гәрәева Ралина (Бишбүләк 2-cе мәктәбе, етәксеһе Маликова А.М.), Ғәйзуллина Зилә (Йылбулаҡтамаҡ, етәксеһе Кинйәбаева И.Р).

Шиғыр һөйләүҙә үҙ оҫталыҡтарын һынап ҡараған Абдуллин Алмаз менән Хәкимуллин Эмиль Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Ҡыҫҡаһы, ҡатнашыусыларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, һәр береһенә айырым рәхмәт әйтеп, дипломдар тапшырылды. Балаларға дипломға ҡушып, бүләктәр ҙә әҙерләгәйне ойоштороусылар. Өфөнән килгән яҡташыбыҙ,  “Мең-ырыуҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов уҡыусыларға иҫтәлеккә “Аҡбуҙат” журналы, календарь һәм буклеттар өләште. Ул шулай уҡ М.Шайморатов класына байраҡ бүләк итте. Уны тантаналы рәүештә 5-cеләрҙең класс етәксеһе Роза Фәнүр ҡыҙы ҡабул итте.

Бәйгеселәргә, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға туған телгә булған һөйөү һәм ихтирамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, киләсәктә ныҡлы һаулыҡ һәм яулайһы яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.  

Ярлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды
Ярлы Кәримгә арналды
Автор:
Читайте нас