Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Апрель 2025, 08:10

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө

Баһалап бөтөргөҙ һөнәри һәм идара итеү тәжрибәһе булған етәкселәрҙең береһе - Ғәбделмәжит Кәрим улы Миһранов  

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө21 апрель – Урындағы үҙидара көнө
21 апрель – Урындағы үҙидара көнө

Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәренә беҙҙең ауыл биләмәләренең социаль hәм иҡтисади үҫеше өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Тап бына уларға кешеләр үҙҙәренең көнүҙәк проблемалары hәм мәшәҡәттәре менән мөрәжәғәт итә. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур тормош тәжрибәһенә эйә булған муниципаль хеҙмәт ветерандары ла ситтә ҡалмай. Урындағы үҙидара көнө алдынан шундай ветерандарҙың мауыҡтырғыс хеҙмәт йылдары hәм бөгөнгө көндә нисек йәшәүе тураһында һөйләгем килә. Һүҙем Бишбүләк районының Маҡтаулы гражданины Ғәбделмәжит Кәрим улы Миhранов тураһында барасаҡ.

Ғәбделмәжит Кәрим улы 1952 йылда Аҙнай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Уның бар хеҙмәт юлы тыуған ауылы менән бәйле. Йәш Мәжит үҙенең эшен 1967 йылда «Дим» совхозында төрлө эштәр башҡарыуҙан башлай. Бер йылдан һуң совхоз етәкчслеге йәш, аҡыллы егетте умартасылар курсына уҡырға ебәрә, ҡайтҡас, хужалыҡ умарталығында эшләй башлай. Бер үк ваҡытта машина йөрөтөүсе була. 1982 йылда Аксен ауыл хужалығы техникумында агрономлыҡҡа уҡып, мал аҙығы әҙерләү буйынса бригадир итеп билдәләнә. Бер йылдан һуң автогараж мөдире итеп ҡуялар. Автопаркта төрлө маркалағы ике йөҙгә яҡын автомашина булған. Ул йылдарҙа «Дим» совхозының даны районда ғына түгел, республика кимәлендә танылыу ала.

Инициативалы йәш белгес бер ҡасан да эштәге ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған, шуға күрә совхоз етәкселеге уны hәр ваҡыт иң яуаплы участоктарға ебәргән. 1985 йылда Тулбай бүлексәһе управляющие итеп билдәләнә, ә 1988 йылда һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире hәм бер йылдан Аҙнай бүлексәһе управляющийы була. 1993  йылда Ғәбделмәжит Миhрановтың хеҙмәт биографияһында яңы этап башлана. Шул йылдың октябрендә Дим ауыл Советы башлығы урынбаҫары итеп билдәләнә, hәм шул ваҡытта ерле үҙидара органдарында хеҙмәт эшсәнлеге башлана. Ике йылдан һуң, яңы вазифаһында йылға ҡәҙәр райондың эре ауыл ерлектәренең береһен етәкләй. Барыһына ла билдәле «Хоҙай һеҙгә үҙгәрештәр осоронда йәшәргә насип итмәһен», тигән һүҙҙәр инде бер нисә тиҫтә йыл тотороҡлоҡтоң  плюстары hәм минустары тураһындағы бәхәстәрҙә ҡулланыла. Ул осорҙоң төрлө дәрәжәләгеетәкселәргә, ауыл Советы башлыҡтарына, ысынында  еңел булманы. Был — урындағы хәкимиәттең  муниципаль сифатында аяҡҡа баҫыу йылдары, тораҡ пункттарҙы hәм социаль өлкә объекттарын газлаштырыу, инженерлыҡ инфраструктураһы объекттарын модернизациялаy. Өҫтәүенә, был йылдарҙа Дим ауыл Советы Южный ауыл Советы менән берләшеп, ҙурая.

Бөгөн Ғәбделмәжит Кәрим улы хаҡлы ялда. Ветерандың һөнәри ҡаҙаныштары юғары баһаланған — ул күп тапҡырҙар социалистик ярыштарҙа еңеүсе, уның күп бүләктәре hәм грамоталары бар, БАССР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән үләкләнгән. 2024 йылда муниципаль район Советы ҡарары менән Миhранов Ғәбделмәжит Кәрим улына «Бишбүләк муниципаль районының Маҡтаулы гражданины» исеме бирелде. Был бүләк — күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәткә юғары баһа биреүҙең дәлиле. Хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялда булғанда ла, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусы булып ҡала. Яратҡан шөғөлө — умарта ҡорттары ҡарау, ат үрсетеүсе оло улына ҙур ярҙам күрһәтә.

Ғәбделмәжит Кәрим улы — яҡшы ғаилә башлығы. Ҡатыны Рәфиә Ҡадир ҡыҙы менән улар лайыҡлы балалар үҫтергән. Улар өсәү — ҡыҙҙары hәм ике улдары бар. Район ерле үҙидарә етәкселәре — ветерандары район тормошында актив ҡатнашыуҙарын дауам итә, үҙҙәренең гражданлыҡ позицияларын асыҡ белдерәләр, булған хәлдәр өсөн борсолалар. Улар — беҙҙең өлкән быуын — йәштәр өсөн иң яҡшы өлгө, шулай уҡ баһалап бөтөргөһөҙ hөнәри hәм идара итеү тәжрибәһе сығанағы.

Ғәзи МӨХӘМӘТОВ.

Фото шәхси авхивтан.

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө
21 апрель – Урындағы үҙидара көнө
21 апрель – Урындағы үҙидара көнө
21 апрель – Урындағы үҙидара көнө
Автор:
Читайте нас