Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
28 Апрель 2025, 05:07

Яуаплы һөнәр эйәләре

26 апрелдә 5,6,7 класс уҡыусылары Бишбүләк ауылындағы 68-се һанлы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында булды

Яуаплы һөнәр эйәләреЯуаплы һөнәр эйәләре
Яуаплы һөнәр эйәләре

26 апрелдә 5,6,7 класс уҡыусылары Бишбүләк ауылындағы 68-се һанлы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часына барҙы. Ҡарауыл начальнигы Ю.З. Давыдов балаларға янғын һүндереү машинаһының янғын һүндереү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырыуын күрһәтте. Балалар уның һөйләгәнен ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм хатта рөхсәт алып, машинаны эстән тикшереп, руль артында ултырып, күҙәтеү соҡоронда булып ҡараны.

Хеҙмәткәрҙәр балаларға янғын һүндереүсенең кейеменең нимәнән тороуын күрһәттеләр. Ул тын алыу аппараты (СИЗОД) менән бергә 25 кг ауырлыҡта. Балалар каскаларҙы һәм битлектәрҙе кейеп ҡараны, төрлө һорауҙар бирҙе. Айырыуса малайҙар барыһы менән дә ҡыҙыҡһынды. Кем белә, бәлки, был сәфәр киләсәктә кемгәлер һөнәр һайларға ярҙам итер. 

https://vk.com/public201675390

 

Яуаплы һөнәр эйәләре
Яуаплы һөнәр эйәләре
Яуаплы һөнәр эйәләре
Яуаплы һөнәр эйәләре
Яуаплы һөнәр эйәләре
Автор:
Читайте нас