Милли проектта ҡатнашып, Благовещендан "Домашний питомец" компанияһы Төбәк лизинг компанияһынан 5,1 млн һум күләмендә финанс ярҙамы алған. Был аҡсаға (үҙенекен дә ҡушып) предприятие грануллаштырыу линияһы һатып алған. Хәҙер продукция сифаты ла яҡшыра, яңы эш урыны ла булдырыла, етештереү ҙә 25 процентҡа артасаҡ.
- Дәүләт ярҙамы беҙгә яңы кимәлгә сығырға булышлыҡ итте һәм баҙарҙа позициябыҙҙы нығытты, - ти компания директоры Юлия Волошановская.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.