

Бишбүләктә 68-се янғын һүндереү часы булдырылған ваҡыттан ул бер нисә тапҡыр үҙгәргән. Хәҙерге мәлдә беҙ федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең Шишмә поселыгында урынлашҡан 16-сы янғын-ҡоткарыу отряды составындағы Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идараһына буйһонабыҙ. 2020 йылдан 68-се янғын һүндереү часс 68-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу
часы тип үҙгәртелде. Әммә нисек кенә булмаһын, янғын һүндереүселәр структураһы, бурысы hәр ваҡыт үҙгәрешһеҙ ҡала — үҙ ваҡында саҡырыу урынына барып етеү, кешеләрҙе hәм милекте һаҡлап ҡалыу, янғынды һүндереү. Уны хәл иеүгә ирешеү өсөн частың әхси составына көн һайын үҙенең һөнәри әҙерлеген арттырырға, йәғни физик яҡтан да, мораль яҡтан да әҙер булырға кәрәк. Был бурысты үтәү өсөн беҙҙең подразделениела барлыҡ кәрәкле әйбер бар: заманса янғын һүндереү техникаһы, янғын һүндереү ҡоралдары һәм һәм төрлө хәлдәргә әҙер торған белгестәр — беҙҙең частың шәхси составы. Yҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙҙы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идараһыны 68-се 16-сышәхси составы Бишбүләк ауылын hәм районын һаҡлау буйынсаянғынға ҡаршы әҙерлек шарттарында ҡаршы ала. Һуңғы биш йылда район территорияһында янғындар һаны кәмене.
Бүлексәнең шәхси составы янғын һүндереү менән генә түгел, янғындарҙы булдырмау өсөн дә эш алып бара. Райондағы барлыҡ янғындарҙың 90%тан артығы граждандарҙың йорттарында hәм йорт-ҡураларында сыға. Йәшәү секторында янғынды булдырмау маҡсатында беҙҙең частың шәхси составы hәм ауылерҙәрендәге төркөмдәрҙең көсө менән, «Торак» республика hәм район операцияһы сиктәрендә йыл
һайын халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү маҡсатында йорт хужалыҡтарын ҡарап сыға, янғынға ҡаршы сараларҙы үтәү тураһында әңгәмә үткәрә. Янғын һүндереүҙә беҙгә ирекле янғын һүндереү командалары ҙур ярҙам күрһәтә, улар райондың 12 ауылында эшләй. Демский, Михайловка, Ҡушйылға, Калинин, Каменка, Айыт, Ҡыңғыр-Мәнәүез, Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советтарын иң яҡшы яҡтан билдәләп
үткем килә, янғын һүндереүселәр командаларын тотоуҙа килеп тыуған проблемаларҙы ваҡытында хәл иткәндәре өсөнянғын һүндереүселәргә һәм ауыл хакимиәте башлыҡтарына рәхмәт белдерәм.
Сухоречка ауыл Советында янғын һүндереүҙә беҙгә «Башнефть-Добыча» йәмғиәтенең Чегодай ауылындағы цехы ҙур ярҙам күрһәтә. Байрам алдынан яҡшы күрһәткестәргә ирешкән часть хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтке килә: часть начальнигы урынбаҫары Динисламов А.Р., ҡарауыл начальниктары Семенов А.В., Давыдов Ю.З., Әсәҙуллин Д.Р., Данилов Н.Е., бүлексә командирҙары Харисов Ф. Ф., Митрофанов А.Г., Ғабдрахманов Р.Р., Макаров А.И., янғын һүндереүселәр Бакиев И.Р., Иванов В.Р., Макаров А.В., Родионов И.А., Баширов Р.Р., янғын һүндереү машинаһы водителдәре Яковлев Д.М., Фәсхиев Р.Ф., Илларионов А.В., Алексеев П.В., Романов Ф.М., Петров Д.П., Илларионов А.В., янғын һүндереү элемтәһе диспетчеры Бикмәтов Ф.А., Иванов И.Г., Егоров В.В. hәм Силантьева Е.Г. Бәләбәй районы күҙәтеү эшсәнлеге һәм профилактика эше бүлеге начальнигы эске хеҙмәт подполковнигы Михайлов С .А. hәм эске хеҙмәт инспекторы лейтенант Төхбатуллин И.З. менән даими бәйләнештә эшләйбеҙ. Бишбүләк районының 68-се диспетчерлыҡ хеҙмәте менән шулай уҡ бәйләнештә берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәте эшләй. Диспетчерҙар Н.А. Бикбулатованы, А.А. Петрованы иң яҡшы яҡтан билдәләп үткем килә. Улар иҫәбендә төрлө һәм штаттан тыш хәлдәр тураһында йөҙҙәрсә ҡабул ителгән хәбәрҙәр, улар буйынса мөhим hәм үҙ ваҡытында ҡарар ҡабул ителгән. Бүлексә ветерандары Терентьев С.М., Милосердов М.Ф., Ильмурзин Г.А., Андреев В.Е., Данилов Е.Н., Семенов В.В. бар ғүмерҙәрен янғын һүндереүгә бағышланы. Янғын һүндереүселәр Низамов Ю.С., Герасимов А.М. hәм Чифранов Г.Ф. был яуаплы эштә егерме йылдан артыҡ эшләне. Барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм ветерандарҙы ҡотлап, ныҡлы һаҡлыҡ, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр hәм уңыштар, эштәрендә уңыштар, имелек,
оптимизм, бәхет теләйем!
Илмир МАЛИКОВ,
68-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы.
Автор фотоһы.