Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
2 Май 2025, 16:39

МХОнан тыуған яғына ҡайтты

Аҙнай ауылы китапханаһында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашыу үтте

МХОнан тыуған яғына ҡайттыМХОнан тыуған яғына ҡайтты
МХОнан тыуған яғына ҡайтты

Бишбүләк яугирҙәре махсус хәрби операция зонаһында илебеҙҙең бөтә төбәктәренән килгән яуҙаштары менән иңгә-иң ҡуйып дәүләтебеҙ бәйһеҙлеген ҡаһармандарса яҡлай.

Махсус хәрби операциянан яугир егеттәребеҙ әленән-әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайталар. Улар менән күрешеп-осрашыу үҙе бер ҡыуаныслы мәл. Сөнки, ир-егеттәребеҙҙең хәлдәрен белеп күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа. Аҙнай ауылының ирекмәндәре “Салтык” позывнойлы яугир менән осрашты. Дуҫтарса һөйләшеү сәй табыны артында барҙы.

Әңгәмә барышында иң беренсе һорауҙы бирҙек: хәрби операцияға барыр өсөн ҡарарҙы оҙаҡ уйлап ҡабул иттеңме?

- Тыуған ил алдындағы бурыс һәм уны үтәү, ми­неңсә, ул – бөтә ир-егеттәргә лә хас сифат булырға тейеш. Бала саҡтан шулай тәрбиә­ләндем, атайым да хеҙмәте тураһында һөйләгәндә гел генә ир кеше  илде һаҡларға бурыслы икәнен дә әйтә килде. Ҡатынымды өгөтләүе ауырыраҡ булды, ата-әсәйемдәргә лә китер ваҡыт еткәс кенә хәбәр иттем, - ти, ошондай йәмле ваҡытта беренсе тапҡыр ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ.

Армияла Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт иткән һәм Чечен республикаһындағы ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугир махсус хәрби операция зонаһына әҙерлек менән бара.

- Беҙ Запорожьела оборонала торабыҙ. Днепр буйында линия һыҙығы беҙҙән ун километр самаһы. Был заманса һуғышта артиллерия һәм дрон күп ҡулланыла. Хеҙмәттәге тәжрибәм унда ла ярҙам итте: сыҙамлыҡ, ауырлыҡтарға әҙер булыу, интуиция, тәүәкәллек һәр ерҙә кәрәк.  Әйткәндәй, унда ла психологтар эшләй, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша ул. — Күптәребеҙ тормошҡа ҡарашын үҙгәртте, унда, хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә, беренсе урынға үҙ-ара ярҙамсыллылыҡ, намыҫлылыҡ һәм ҡыйыулыҡ сыға. Взвод командиры Башҡортостандан, арала элек бергә эшләгән хеҙмәттәштәр ҙә бар, - ти ул.

Беҙ, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, һалдаттарҙың көнкүреш шарттары, туҡланыуҙары менән ҡыҙыҡһынлыҡ. Шулай уҡ урындағы халыҡтың ниндәй мөнәсәббәттә булыуын асыҡланыҡ.  Яугир әйтеүенсә, ашарға ҡытлыҡ юҡ. Аҙыҡ-түлек килтереп торалар,  гуманитар ярҙам ваҡытында килә, барыһы ла бар, блиндажда йәшәйҙәр. Бәләбәйҙән килтерелгән мунса-мискә лә урынлаштырылған. Әлбиттә, улар барыһы ла маскировка селтәрҙәре менән ҡапланған.

Аҙнай ауылы ирекмәндәре лә башҡалар кеүек, йылдан ашыу маскировка селтәрҙәре үрә, оҙаҡ яна торған шырпылар яһай, шулай уҡ посылкалар әҙерләп ебәрә. Әле лә яҡташыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, ике маскировка селтәре һәм күстәнәстәр тотторҙоҡ.

- Балаларҙан килгән һүрәттәр, тиҙерәк дошманды еңеп тыуған ерҙәргә имен-һау әйләнеп ҡаййтыуыбыҙҙы теләгән хаттар алыуы ҡыуаныслы. Кәләшем менән “Телеграмм” каналы аша аралашабыҙ. Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы. Тыуған ил саҡырған икән, тимәк, урыныбыҙ сафта. Беҙ тыуған Башҡортостан да, Рәсәй алдында ла һынатмаҫбыҙ, — тип һүҙен тамамланы яугир.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Автор фотолары.

 

 

 

МХОнан тыуған яғына ҡайтты
МХОнан тыуған яғына ҡайтты
МХОнан тыуған яғына ҡайтты
МХОнан тыуған яғына ҡайтты
Автор:Гумерова Л
Читайте нас