Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
6 Май 2025, 04:19

Башҡорт ҡымыҙын Евразия иҡтисади союзы илдәрендә оҡшатҡандар

Йыл башынан республиканан 3,8 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ экспортҡа оҙатылған, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡорт ҡымыҙын Евразия иҡтисади союзы илдәрендә оҡшатҡандарБашҡорт ҡымыҙын Евразия иҡтисади союзы илдәрендә оҡшатҡандар
Башҡорт ҡымыҙын Евразия иҡтисади союзы илдәрендә оҡшатҡандар

Агросәнәғәт комплексы тауарын сит илгә экспортҡа оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарының береһе булып тора.

Башҡортостандан ҡымыҙҙың күп өлөшө Евразия иҡтисади союзы илдәренә экспортланған – 3007 тонна. Һөт продукцияһы етештереүселәр тарафынан Рәсәй Федерацияһының дәүләт сигендә һәм сит илдәргә транспорт буйынса ветеринария күҙәтеүе бүлеге белгестәре контроле аҫтында һатылған ҡоро һөт сывороткаһының һәм ҡымыҙҙың дөйөм күләме 3820 тонна тәшкил итте. БДБ илдәренә 256,8 тонна ҡоро һөт сывороткаһы һәм ҡымыҙҙың 14 партияһы оҙатыла, алыҫ сит илдәргә 556 тонна күләмендәге 30 партия һөт тауары экспортлана.

Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда Таможня союзы илдәрендә дөйөм ауырлығы 2124 тонна булған 443 ҡымыҙ партияһы һатылған. Алыҫ сит илдәргә 1016 тонна ауырлыҡтағы 43 партия һөт тауары экспортланған.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

bashgazet.ru

Башҡорт ҡымыҙын Евразия иҡтисади союзы илдәрендә оҡшатҡандар
Башҡорт ҡымыҙын Евразия иҡтисади союзы илдәрендә оҡшатҡандар
Автор:
Читайте нас