

Владимир Анатольевич Чернов етәкселегендә үҫмерҙәр ике аҙна дауамында Сталинград фронтында ҡаты алыштар барған урындарҙа эшләне. Ҡакҙыныу-эҙләү эштәре барышында улар байтаҡ артефакттар таба, РККА һалдаттарының ҡалдыҡтарын экскгамациялай һәм бай тәжрибә туплай.
Башҡортостан эҙәрмәндәре Волгоград ҡалаһындағы "Волга" эҙәрмәндәр отрядының «Һуғыш шаңдауы» интерактив музейында булды, унда Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған бай материал тупланған. Мария Мелеинова музейҙың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләп, экспонаттар менән таныштырған.
Бишбүләк эҙәрмәндәрен район хакимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов ҡаршы алды һәм үҙенең «9 рота» отряды ағзалары менән осрашыуға һәм һөйләшеүгә шат булыуын белдерҙе. Эҙәрмәндәрҙең эше баһалап бөткөһөҙ һәм мөһим, тип билдәләне ул.
https://vk.com/public201675390