Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
8 Май 2025, 03:42

Байрам көнөндә һауа торошо ниндәй булыр?

Республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ.

Байрам көнөндә һауа торошо ниндәй булыр?Байрам көнөндә һауа торошо ниндәй булыр?
Байрам көнөндә һауа торошо ниндәй булыр?

Алдағы өс көндә Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, 7 майҙа көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа көндөҙ +17, +22° тиклем йылына.

Кесаҙна, 8 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ көньяҡта ҡойма ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +17, +22°.

Йома, 9 майҙа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +15, +20°.

Башинформ. 

Байрам көнөндә һауа торошо ниндәй булыр?
Байрам көнөндә һауа торошо ниндәй булыр?
Автор:
Читайте нас