Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
12 Май 2025, 14:36

Өфөгә "Хәтерҙә - берҙәмлек. Көс - батырлыҡта!» агитпоезды киләсәк

13 майҙа "Өфө" тимер юл станцияһына агитация-пропаганда акцияһы сиктәрендә тематик поезд киләсәк. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылайылына бағышланған. Сара Рәсәй Оборона министрлығы тарафынан ойошторола.

Өфөгә  "Хәтерҙә - берҙәмлек. Көс - батырлыҡта!» агитпоезды киләсәкӨфөгә  "Хәтерҙә - берҙәмлек. Көс - батырлыҡта!» агитпоезды киләсәк
Өфөгә "Хәтерҙә - берҙәмлек. Көс - батырлыҡта!» агитпоезды киләсәк

Поезд туҡталышы - урындағы ваҡыт менән 09.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә ҡәҙәр. Был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөләргә һәм башҡала ҡунаҡтарына ҡорал һәм хәрби техника өлгөләре күргәҙмәләрен ҡарарга тәҡдим ителәсәк.

Күсмә экспозиция составында Рәсәй хәрбиҙәренең батырлығына һәм ҡаһарманлығына, заманча ҡоралланыуға, "Юнармия" хәрәкәтенең үҫешенә бағышланған 8 тематик вагон буласаҡ.

Бынан тыш, ойоштороусылар Оборона министрлығы иҗат коллективтарының һәм Башҡортостан артистарының концерт программаһын әҙерләгән. Ә тимер юл вокзалы перронында һалдат бутҡаһынан ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.

башинформ

Өфөгә  "Хәтерҙә - берҙәмлек. Көс - батырлыҡта!» агитпоезды киләсәк
Өфөгә "Хәтерҙә - берҙәмлек. Көс - батырлыҡта!» агитпоезды киләсәк
Автор:
Читайте нас