Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
13 Май 2025, 11:07

Халыҡ почтальоны кем булыр?

Яҡташыбыҙ Зилә Романова Бөтә Рәсәй«Халыҡ почтальоны» интернет тауыш биреүендә ҡатнаша.

Халыҡ почтальоны кем булыр?Халыҡ почтальоны кем булыр?
Халыҡ почтальоны кем булыр?

Рәсәйҙә «Халык почтальоны» өсөн интернет-тауыш биреү башланды. Унда ҡатнашыусылар «Рәсәй Почтаһы» акционерҙар йәмғиәте  ярҙамында «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Рәсәй ауылы» партия проекты һәм Рәсәй ауыл йәштәре берлеге тарафынан үткәрелә торған «Земский почтальон» конкурсының бер номинацияһында еңеүсене һайлаясаҡтар.

Рәсәй Почтаһының «ВКонтакте» социаль селтәрендәге битендә рәсәй халҡы ауыл ерендә һәм 50 меңгә ҡәҙәр кеше йәшәгән кесе ҡалаларҙа эшләүсе хат ташыусыларга ярҙам итә ала.

Тауыш биреүҙә тәҡдим ителгән почтальондар — конкурстың төбәк  этаптарында еңеүселәр, уларҙы жюри билдәләне. Башҡортостан исеменән Ғафури районы Родина ауылынан Зилә Романова сығыш яһай. Ул ун йыл почтальон булып эшләй.

 Зиля Романоваға  «ВКонтакте» социаль селтәрендәге аккаунтынан clck.ru/3Lzkmt һылтама буйынса тауыш бирергә мөмкин. Унда Иҙел буйы федераль округы финалистары тураһында мәғлүмәттәр урын- лаштырылғанТауыш биреү 2025 йылдың 5 июненә ҡәҙәр дауам итә.  

«Земский  почтальон» Бөтә Рәсәй конкурсы беренсе мәртәбә уҙғарыла. Унда илдең 86 төбәге ҡатна- шаКонкурстың беренсе этабында 3000-нән ашыу ғариза килгәнФиналға 86 кеше сыҡҡан. Йомғаҡлау сараһы 5 июндә Мәскәүҙә, ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 6 июндә «Рәсәй» милли үҙәгендә ауыл хеҙмәтсәндәре форумы сиктәрендә уҙасаҡ.

Конкурста еңеүсе 250 000 һум күләмендә аҡсалата приз аласаҡ, ә интернет-тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланасаҡ «халыҡ почтальоны» — 150 000 һум.

Фото «Почта России» сайтынан.

Халыҡ почтальоны кем булыр?
Халыҡ почтальоны кем булыр?
Автор:
Читайте нас