Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
14 Май 2025, 06:13

Башҡортостанда төбәктәге иң ҙур сүплекте бөтөрҙөләр

Ул 70 йыл элек барлыҡҡа килгән һәм ошо ваҡыт эсендә 18,1 гектарға тиклем үҫкән. 

Башҡортостанда төбәктәге иң ҙур сүплекте бөтөрҙөләрБашҡортостанда төбәктәге иң ҙур сүплекте бөтөрҙөләр
Башҡортостанда төбәктәге иң ҙур сүплекте бөтөрҙөләр

Стәрлетамаҡта төбәктәге иң ҙур коммуналь ҡалдыҡтар сүплеге бөтөрөлдө. Был “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.

Билдәле булыуынса, ул 70 йыл элек барлыҡҡа килгән һәм ошо ваҡыт эсендә 18,1 гектарға тиклем үҫкән. Унда 1,5 миллион кубометр самаһы ҡалдыҡ йыйылған. Рекультивация техник һәм биологик этаптарҙан тора. Сүплектең өҫтөн һаҡлағыс ҡатлам һәм уңдырышлы ер менән ҡаплайҙар, территорияны төҙөкләндерәләр һәм кәртәләйҙәр.

"Стәрлетамаҡтағы эштәрҙең тулы күләмдә һәм сифатлы башҡарылыуын күрәбеҙ. Әммә алда тағы ла күп бурыстар тора. Беҙ сүп-сарҙы ваҡытында йыйыуҙы һәм сығарыуҙы ойоштороуҙан тыш, уны дөрөҫ сорттарға айырырға, утилләштерергә тейешбеҙ”, - тип хәбәр итте республика буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов.

Төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Данил Шәрәфетдинов билдәләүенсә, сүплекте бөтөрөү буйынса бөтә эштәр уңышлы тамамланған, әммә ерҙе тулыһынса тергеҙеүгә юл оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Территория яңынан матурлыҡҡа өлгәшер алдынан йылдар үтергә тейеш.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яъыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

bashgazet.ru

Башҡортостанда төбәктәге иң ҙур сүплекте бөтөрҙөләр
Башҡортостанда төбәктәге иң ҙур сүплекте бөтөрҙөләр
Автор:
Читайте нас