Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
20 Май 2025, 03:24

AY YOLAға рәхмәт: туристар һаны артҡан

«Авито Путешествия» сервисы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда май байрамдарына ҡала ситендәге ял йорттарына брондәр һаны 2024 йылдың майына ҡарата 169 процентҡа артҡан. Һорау арҡаһында тәҡдимдәр ҙә 51 процентҡа күбәйгән.

AY YOLAға рәхмәт: туристар һаны артҡанAY YOLAға рәхмәт: туристар һаны артҡан
AY YOLAға рәхмәт: туристар һаны артҡан

Башҡортостандағы турбазаларҙа һәм коттедждарҙа май айындағы уртаса төн үткәреү хаҡы илдә иң ҡиммәте булып сыҡҡан - 13,7 мең һум. Был Краснодар крайындағы төн үткәреү хаҡынан 1 мең һумға ҡиммәтерәк. Әммә Башҡортостанда, ҡағиҙә булараҡ, ҙур компаниялар - уртаса 8 кеше бергә урынлашҡан.

Майҙа төбәктә иң популяр йүнәлештәр - йылғала ағып төшөү һәм тауға походтар, тип хәбәр итә "Башинформ".

AY YOLAға рәхмәт: туристар һаны артҡан
AY YOLAға рәхмәт: туристар һаны артҡан
Автор:
Читайте нас