Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Май 2025, 03:52

Хәмер һатыу тыйыла

24 майҙа Республика ҡануниәтенә ярашлы, иҫерткес эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла.

Хәмер һатыу тыйылаХәмер һатыу тыйыла
Хәмер һатыу тыйыла

24 майҙа Башҡортостан мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы үткәрелә. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был көндө иҫерткес эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында.

Башҡортостанда «Һуңғы ҡыңғырау» 24 майҙа, Мәғариф министрлығы билдәләгән көндә, үткәрелә. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был байрам көнөндә сауҙа нөктәләрендә алкоголь һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Сауҙа министрлығында. Был тыйыу йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына ҡағылмай.

Республика властары «уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн» һуңғы ҡыңғырауҙы алкоголһеҙ үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостанда шулай уҡ яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатырға ярамай.

Автор:Юлай Мурзабаев

https://www.bashinform.ru

Хәмер һатыу тыйыла
Хәмер һатыу тыйыла
Автор:
Читайте нас