

Дөйөм алғанда, 2025 йылда юлдарҙы тәртиптә тотоуға һәм ремонтлауға 44,1 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 9,8 миллиард һум ҡаралған. Төбәк трассаларында дөйөм оҙонлоғо 682 саҡрым, ә урындағы юлдарҙа 350 саҡрымдан ашыу участканы тәртипкә килтереү күҙаллана.
Был эш сиктәрендә 23 ҡала һәм районда 150 саҡрым самаһы «фонарь» юлдар ремонтланасаҡ, шулай уҡ 13 муниципалитеттағы 24 баҡса ширҡәтенә инеү юлдары яңыртыласаҡ. Мәҫәлән, Баймаҡ районында Сибай–Аҡъяр автомобиль юлының 36 километры, Бөрйән районында – Иҫке Собханғол–Темәс трассаһының 12,5 километры, Ә Ҡырмыҫҡалы районында – Оло Күл–Ҡабаҡ–Суҡ шишмә юлының 6,8 километры ремонтлана. Благовещен районында Бедеево Поляна Ахлыстино юлының 9,6 км һәм Ахлыстино Төрөшлө юлының 4,1 км тәртипкә килтереләсәк. Ә Бишбүләк районында Аксенов–Бишбүләк- Ыҡ Вершина трассаһының 4,4 километры һәм Аксаков–Кожай -Ыҡ-Вершина юлының 3,2 километры ремонтланасаҡ.
svetput.ru