

Был бәйгелә 8 коллектив ҡатнашты.
Жюри ағзаларына "Василий Теркин", "Полк улы" әҫәрҙәренән миниатюралар, шулай уҡ мәктәп театрҙары етәкселәренең автор постановкалары тәҡдим ителде. Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә булды, балаларға телмәр өҫтөндә бер аҙ эшләргә кәрәк. Дөйөм алғанда, театр миниатюралары аша тарих сағылдырылды: фронт тауышын, үткәндәрҙе яңыртттылар, фронт хаттары уҡылды, Еңеү шатлығын һәм юғалтыу ғазаптарын кисерҙеләр.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:
1 урын - К.Иванов исемендәге Баҙлыҡ мәктәбе;
2 урын - Ҡушйылға мәктәбе һәм Бишбүләк 2-се урта мәктәбе
3 урын - Сухоречка урта мәктәбе
Башҡа коллективтар Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.