+28 °С
Болотло


Башҡортостан республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау Министрлығы ойошторған «Битва хоров» республика конкурсы тамамланды. Конкурс социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең мәҙәни кимәлен күтәреү, корпоратив рухты нығытыу һәм ижади потенциалды үҫтереү маҡсатында уҙғарылды. Бер нисә ай дауамында бөтә республиканан хор коллективтары төрлө музыкаль әҫәрҙәр тәҡдим итеп, башҡарыу оҫталығында ярышты.
27 майҙа Өфө ҡалаһында уҙған сарала Бишбүләк районының «Ғаилә» көньяҡ район-ара үҙәге коллективы Республика конкурсы финалында 3-сө урынға лайыҡ булды!